«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Телевизор hәм гәзит тарихы



16.11.2012 Телевизор hәм гәзит тарихы

Быға тиклем телевизорҙы американдар уйлап тапҡан тип ышандырып килделәр. Ә күптән түгел уның рустарҙың асышы булыуы асыҡланды.
1911 йылда Рәсәй ғалимы Борис Розинг, донъяла беренсе тапҡыр әйберҙәрҙең экранда хәрәкәт итә алыуын күрhәтә. Революциянан hуң иhә тикшеренеүҙәр туҡтатыла, ә ғалим репрессияға эләгә. Уның уҡыусыларының береhе В. Зворыкин Америкаға китә hәм унда был асышты аҙағынаса еткерә.
Беҙгә билдәле иң боронғо гәзит яңы эраға тиклем 168 йылда Римдә сыға башлаған. Ул «Рим халҡының көндәлек эштәре» тип аталған. Гәзиттә төрлө хәбәр, белдереү, хатта hауа торошона ла урын бирелгән. Гәзит hүҙе иhә «газзета» тигән итальян аҡсаhы исеменән алынған. ХVI быуатта Венецияла төрлө хәбәр баҫылған ҡағыҙҙы бер «газзета»ға hатып алырға мөмкин булған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға