«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Студент отрядтары хаҡында китап сыҡты



06.11.2012 Студент отрядтары хаҡында китап сыҡты

Өфөлә йәшәүсе иҡтисад фәндәре докторы Наил Мәхмүтов Башҡортостандағы студент отрядтары тарихына арналған өсөнсө китабын яҙған. “Ә төҙөлөш отрядтары… артабан атлай” (“А стройотряды… шагают дальше”) тигән исемле китап ошо юлдан үтеүселәргә генә түгел, һәммәһенә лә ҡыҙыҡлы һәм фәһемле буласаҡ. Автор үҙе лә студотряд ветераны. Тимәк, уның китаптарындағы яҙмалар дөрөҫтө генә һөйләй.
Йыйынтыҡҡа 100-ләгән очерк, хәтирә ингән, материалдар студ­отрядтарҙа ҡатнашыусылар исеменән дә һөйләнә. Китапта Өфө вуздарының әлеге отрядтар­ҙа “нығыныусы” элекке студенттары телгә алына.
Шуныһын да билдәләмәй булмай – студент отрядтары үткән быуаттың 50-се йылдарында комсомол эгидаһы аҫтында барлыҡҡа килеп, үҙ рәтенә йөҙәр меңләгән йәш кешене йәлеп иткән ғәйәт ҙур һәм әһәмиәтле хәрәкәттәрҙең береһе була.
Әйткәндәй, китаптарҙың тәүге икәүһе “Егерме йыл үткәс” (“Двадцать лет спустя”, 2006 йылда сыҡҡан), ”Башҡортостанда интерхәрәкәт” (“Интердвижение в Башкортостане”, 2007 й.) тип атала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға