«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » “Олимп” ниңә янды?



30.10.2012 “Олимп” ниңә янды?

“Олимп” ниңә янды?
Ҙур сауҙа комплекстары биналары яныу һуңғы йылдарҙа ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Иҫегеҙҙә булһа, ҡасан ғына асылыу тантанаһы яҡынлашҡан ваҡытта Октябрь проспектындағы “Европа” янғайны. Былтыр Сипайловола урынлашҡан “Олимп” сауҙа үҙәге уттан зыян күрҙе. Хәҙер килеп, унда тағы ла янғын сыҡты.
Йәкшәмбелә, көндөҙ магазинда янғын сигнализацияһы эшләп китә, бишенсе ҡат төтөнгә сорнала. Тиҙ арала килеп өлгөргән янғын һүндереүселәр 260 кешене эвакуациялап, 15 минут эсендә утты һүндерә. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ.
Баҡһаң, ҡыйыҡ янған икән. Алдан күҙаллауҙар буйынса, елләтеү системаһында саң йыйылған да, янғын шунан сыҡҡан. Сауҙа үҙәге етәкселеге белдереүенсә, магазин эшләүен дауам итә. Әйткәндәй, былтырғы янғында ике кеше зарарланған була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға