«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Тана ла, быҙау ҙа иҫән ҡалды



30.10.2012 Тана ла, быҙау ҙа иҫән ҡалды

Тана ла, быҙау ҙа иҫән ҡалды
Районыбыҙ урманлы зонала урынлашып, үҙебеҙ ауылда йәшәгәс, шул мөхиттең төрлө шарттарына яраҡлашырға, улар менән иҫәпләшергә тура килә
Беҙҙең ғаилә сетерекле хәл­гә юлыҡты. Ап­рель башында башмағыбыҙ быҙаулай ал­май интеккәс, ярҙам һорап, ветеринария бүлексәһенә шылтыраттыҡ. Үтенесебеҙ яуапһыҙ ҡалманы. Оҙаҡламай ветеринария бүлексәһе етәксеһе Ғәни ағай Ғәлиәкбәров килеп тә етте. Һөйрәп алыу ысулы менән малды ҡотҡарып булмаҫын белгәс, ул үҙенең ярҙамсыһын саҡыртып алды.
Малды яҡшылап тикшергәс, табип үҙ фекерен әйтте.
− Бысаҡ әҙерлә, был тәүге операция, шуға ла бөтә кире яҡтарын да иҫәпкә алырға кәрәк, − тип кәңәш итте. Унан операцияға ризалыҡ һораны. Мин риза булғас, операция урынын әҙерләй башланылар. Миндә шик тә, малды ҡотҡарыу тойғоһо ла бар. Улар әйткәнгә йүгереп йөрөйөм. Һыу, сепрәк, арҡан – барыһын да әҙерләнек.
− Башланыҡ, − тине ветеринар, ҡайсы менән малдың йөнөн, операция урынын таҙартып, үҙе эшләп ултыра, үҙе аңлата. Мал да аңлаған һымаҡ тыңлап ята. Баҡтиһәң, ветеринар уға ауыртыуҙы баҫа торған дарыу һалған икән.
Бына ҡатмарлы һынау башланды – тиреһен ҡырҡыу, эсен ярыу… ҡарап ултырыуы ҡур­ҡыныс. Ниһайәт, бәхетле ваҡыт етте – малдың эсенән быҙау сығарылды.
Артабан эске ағзаларҙы кире урынлаштырыу, тегеү, операция урынын эшкәртеү… Был 3 – 4 сәғәт дауам итте.
Ваҡытында килеп, ярҙам итеп йөрөүсе мал табиптарына − Ғәни Ғәлиән улы Ғәлиәк­бәров һәм Вәдүт Хәйбулла улы Миндеғоловҡа оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Форсаттан файҙаланып, ветеринария хеҙмәтендә эшләүселәрҙең ба­рыһын да һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ.

Фаил ӘЛМӨХӘМӘТОВ.
Бөрйән районы,
Һарғая ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға