«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Тәҙрә эргәһендәге урын



26.10.2012 Тәҙрә эргәһендәге урын

Ун биш йәштәрҙәге үҫмер егет автобус­ҡа инде. Автобус буш тиерлек, теләһәң ҡайҙа ултыр. Ул быға һөйөнөп, иркенләп тәҙрә эргәһендәге ултырғысҡа ултырҙы. Сөнки уға һуңғы туҡталышҡа тиклем барырға.
Автобус ҡуҙғалып китте һәм 20 минуттан шығырым тулды. Егет тәҙрәгә ҡарап, музыка тыңлап барғанда, бер оло ғына ҡатын уның яурынына ныҡ итеп төрттө лә: «Һиңә нисек оят түгел, һинең кеүек саҡта үҙемдән өлкәндәргә урын бирә торғайным», – тине. Уға икенсеһе ҡушылды: «Бына бит хәҙер йәштәр ниндәй, ауырыу, оло йәштәге кешеләр баҫып бара, ә улар, таҙа, һау-сәләмәт булһалар ҙа, йәйелеп ултырып баралар», – тип асыуланып егеткә ҡараны.
Ике-өс минуттан бөтә автобус тиерлек егеткә ташланды.
Егет был тиклем баҫымға түҙмәйенсә: «Яҡшы, мин торам, әммә был урынға, үҙ һүҙҙәре өсөн оят булмаған кеше ултырасаҡ», – тине.
Егет ҡалтырай-ҡалтырай ултыр­ғыс аҫтынан нимәнелер алырға маташты, ә ул ҡултыҡ таяҡтары ине, уларға таянып урынынан торҙо.
Бөтәһенең дә иҫе китте. Берәү ҙә бит бындай нәмәне көтмәгәйне, хатта уйлап та ҡарамағайны. Ә теге ҡатын, юл буйына йәне көйөп, егеттең аяҡтарын ауырттырырға теләп, уларҙы ныҡ итеп тапаһа ла, егеттең ни өсөн быға иғтибар ҙа итмәгәнен хәҙер аңланы.
Һуңғы туҡталышҡа тиклем авто­бус­тағылар тып-тын барҙы.
Егет башҡаса ултырманы, нисек кенә ауыр булһа ла, таяҡтарына таянып, бар көсөн йыйып, тештәрен ҡыҫып түҙҙе. Ә тәҙрә эргәһендәге урын юл буйына буш торҙо.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға