«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » “Йәшлек”тән бәхетем бар!”



19.10.2012 “Йәшлек”тән бәхетем бар!”

“Йәшлек”тән бәхетем бар!”
– ти “Йәшлек”-фараз” конкурсында кеҫә телефоны отоусы Рәмилә Мусина
Ошо көндәрҙә коллегабыҙ, даими авторыбыҙ, Белорет райо­нының “Урал” гәзите хәбәрсеһе Рәмилә Мусина йылмайып-көлөп редакцияға килеп инде лә:
– Ну, “Йәшлек”тән бәхетем бар инде. Ул миңә һәр саҡ уңыш, ҡыуаныстар килтерә, – тине.
Рәмилә Мөҡтәсип ҡыҙы 2010 йылда гәзитебеҙҙең лауреаты булғайны. Бына бит әле “Йәшлек”-фараз” конкурсында кеҫә телефоны отҡан. Ул үҙенсәлекле һәм уҡымлы мәҡәләләре менән уҡыу­сыларыбыҙҙы һөйөндөрөп тора.
– “Йәшлек” гәзите минең өсөн ябай баҫма түгел. Студент саҡта уҡ унда ҡәләмемде үткерләнем, журналистика өлкәһендә тәүге сирҡаныс алдым. Ул – минең таянысым, фекерҙәшем һәм серҙәшем. Ятып ҡалғансы, атып ҡал, тип йыл да “Йәшлек”-фараз” конкурсында ҡатнашып килдем. Иптәшем йә әсәйем исеменән купондар ебәрәм. Әйткәндәй, былтыр әсәйем “Мосолман календары” отҡайны. Конкурста әүҙем ҡатнашырға кәрәк! Киләһе ярты йылға “Йәшлек”кә яҙылдым, тиҙҙән тағы купон ебәрәсәкмен әле.
Рәмилә Мөҡтәсип ҡыҙының тормош иптәше Радмир Хөснуллин – полиция майоры, Белорет муниципаль-ара бүлектә эшләй. Улар Иҙел һәм Урал исемле малайҙар үҫтерә.
ҡәләмдәшебеҙгә, афарин, тибеҙ һәм, “Йәшлек” гәзитенең дуҫтарын арттырырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ.

Г. ЯХИНА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға