«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Интернет түгел, субсидия ғәйепле



19.10.2012 Интернет түгел, субсидия ғәйепле

Интернет түгел, субсидия ғәйепле
2012 йылдың аҙағында оҙайлы маршруттарға йөрөүсе поездар­ҙың вагондарында интернет барлыҡҡа киләсәге тураһында хәбәр иткәйнеләр инде. Күптәр был яңылыҡты ҡыуанып ҡабул итте, ни тиһәң дә, бөгөн көнитмешебеҙ интернетҡа ныҡлы бәйләнгән. Тик вагондарҙа Wi-Fi килеп сығыуы арҡаһында билет хаҡтарының ҡырҡа артыуынан ҡурҡыусылар ҙа булды. Шөкөр, был мәсьәлә пассажирҙарҙың кеҫәһенә һуҡмаҫлыҡ итеп хәл ителде – Федераль пассажирҙар компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, интернет өсөн әллә ни күп аҡса тотонолмай. Билет хаҡы оҙайлы маршруттарға ла ни бары бер һум тирәһенә генә ҡиммәтләнәсәк. Бынан тыш, интернет хаҡын билет хаҡына индермәҫкә лә йыйыналар, Wi-Fi менән ҡулланыр­ға теләүселәр аҡсаны айырым түләйәсәк. Бер составта интернет булдырыу өсөн ете миллион һум тирәһе аҡса талап ителә. Халыҡтың интернет менән йыш ҡулланыуын иҫәпкә алһаң, был аҡса тимер юлына тиҙ арала кире ҡайтыр, тип план ҡорорға мөмкин. База станцияларының сигналдары булмаған ерҙә юлдаш бәйләнеше файҙаланыласаҡ. Шунлыҡтан интернет хеҙмәте маршруттың буйынан-буйына күрһәтелеп, пассажирҙар өсөн бик уңайлы буласаҡ.
Шулай ҙа киләһе йылда поездарға билет хаҡы һиҙелерлек артыр, моғайын. Эш шунда – “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәм­ғиәте етәкселеге пассажирҙар та­шыу менән шөғөлләнгән ойошмаларға бүленгән дәүләт субсидияларының кәмеүенә ҡаршы көрәшә. 2013 йылда был субсидия күләме 40 миллиард һум тәшкил итәсәк, тип хәбәр итәләр. Ә 2012 йылда дәүләт тимер юлына 54 миллиард һум бүлгәйне. Күреүебеҙсә, айырма ҙур ғына һәм был мәсьәлә хәл итеүҙе көтә.
Килеп тыуған проблеманы нисек тә булһа йырып сығыу маҡсатында плацкарт һәм дөйөм вагондарҙың рентабеллеген арттырырыу сара­һын күрергә тырышалар. Был бигерәк тә оҙайлы маршруттарға йөрөүсе поездарға ҡағыла. Әлбиттә, мәсьәләне билет хаҡын күтәреп кенә хәл итеп булмай. Был еңел юл, тик ике яҡты ла ҡәнәғәтләндермәй шул. Плацкарт, купе вагондарға хаҡтар былай ҙа арзан түгел, пассажирҙар араһында поезға ҡарағанда самолетты хуп күреүселәр артҡандан-арта. Эле­герәк поезда йөрөү самолеттан һиҙелерлек арзан ине, хәҙер айырма әллә ни һиҙелмәй. Эш былай барһа, поезда йөрөргә теләүселәр­ҙең бөтөнләй кәмеүе ихтимал.
Ниндәй генә юлдар эҙләһәң дә, билет хаҡын арттырыуҙан ҡасыу мөмкин түгел. Хаҡты вагондарҙа күрһәтелгән хеҙмәттәр, уңайлыҡ­тар­ҙан сығып арттырырға ниәтләй­ҙәр. Мәҫәлән, плацкарт вагонда аҫҡы урында барырға теләйһең икән, билет ҡиммәтерәк буласаҡ. Ә инде экономияларға теләүселәр өҫкө һәм ситке урындарға билет аласаҡ. Бынан тыш, хөкүмәт пассажирҙар араһында популяр булмаған маршруттарҙы ҡыҫҡартырға ниәтләй. Шулай уҡ льгота менән файҙаланыусы пассажирҙарҙың исемлеге кәмеүе лә бар. Льготалар тулыһынса бөтөрөлмәҫ-бөтөрөлөүен, шулай ҙа ҡырҡа аҙаясаҡ. ҡыҫҡаһы, плацкарт вагондарҙа барыу өсөн билет хаҡы авиабилеттар кеүек үк булыуы ла ихтимал.
Билдәле булыуынса, поезға билет хаҡын дәүләт контролдә тота һәм көйләй. Һөҙөмтәлә тарифтар һәр ваҡыт иҡтисади яҡтан нигеҙләнгән кимәлдән түбәнерәк итеп билдәләнә. Шунлыҡтан тимер юлына бүленгән субсидияның кәмеүе билет хаҡына ҙур йоғонто яһай. Билет хаҡының артасағы аныҡ билдәле тип әйтергә була, әлегә күпмегә икәнлеге генә билдәһеҙ.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға