«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Т ыр-тыр-трактор



19.10.2012 Т ыр-тыр-трактор

Егерменсе быуаттың утыҙынсы йылдарында илебеҙҙә коллективлаштырыу осоро башланғас, беҙҙең ауыл ярлылары һәм урта хәллеләре берҙәм булып коммунаға ингән. Ауылыбыҙҙа тәүҙә коммуна, аҙаҡ колхоз ойоштороуҙа атайымдың бер туған ағаһы Сәйфулла бабай әүҙем ҡатнашҡан. Әсәйемдең һөйләүе буйынса, бабай заманында бик ҡыйыу, белемле, яҡшы балта оҫтаһы ла булған. Беренсе донъя, граждандар һуғышында ла ҡатнашҡан. Һуғыш тамамланғас, ауылға ҡайтып, коммуна ойошторған. Әгәр ҡайһы бер бай кешеләр, коммунаға инеүҙән баш тартып, артыҡ малын, игенен, аҙыҡ-түлеген бирмәһә:
− Бирмәй ҡарағыҙ, мин буржуйҙарға ни өсөн ҡаршы һуғышҡан, уларҙың баштарын ошо ҡылысым менән сабып өҙгән кеүек, һеҙҙекен дә, һис шикһеҙ, сабып ташлармын, − тип әйтеүе булған, теге муллалар, байҙар, ҡурҡыштарынанмы, әллә ысынлапмы, мал-мөлкәтен үҙҙәре килтереп бирә башлаған. бабайға ауыл кешеләре «коммун Сәйфул­ла» тигән ҡушамат та таҡҡан.
Атайым да ауылда коммуна һәм колхоз ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан. Берҙән-бер атын, ике һыйырының береһен, арбаһын һәм һуҡаһын колхозға биргән. Ул заманына ҡарата белемле кеше булған, мәҙрәсәлә бер аҙ уҡығас, Әпсәләм ауылына барып, башланғыс мәктәпте тамамлаған. Ғәрәпсә лә, башҡортса ла, хатта русса ла яҡшы яҙған.
Колхоз ойошторолоп бөткәс, уға «ҡыҙыл Байраҡ» тигән исем биргәндәр. Әле лә иҫемдә, апрель аҙаҡтары булғандыр, ахыры, атайым, колхозға трактор бирҙеләр, бына оҙаҡламай килеп етер, матур күлдәктәрегеҙҙе кейеп, уны ҡаршы алығыҙ, тигәс тә, нимә икән ул трактор тигәндәре, тип уйланып торғанымда, малайҙар, ана, трактор ҡашҡар тауынан төшөп килә, тип һөрән һалды. Әйләнеп, ҡашҡар тауына ҡараһам, ни күҙем менән күрәйем, теге трактор тигән нәмә тау башынан шатырлап төшөп килә. Күп тә үтмәй, ул сельсовет янына килеп тә туҡтаны, ә беҙ кемуҙарҙан трактор янына йүгерҙек. Иң алдан Фәтих, уның артынан Урал менән Иҙрис йүгерә. Мин дә, бер ҡулым менән салбарымды тотоп, малайҙарҙан ҡалмаҫҡа тырышам, тик булдыра алмайым. Сөнки салбарым ҙур, балаҡтары ла оҙон. Ул бит Лоҡман ағайымдыҡы ине. Сөнки үҙемдекен әсәйем йыуып элеп ҡуйғайны. Мин трактор янына барып еткәндә малайҙар уның ҙур матур тәгәрмәстәрен тотоп ҡарай ине. Тракторҙың артҡы ҙур тешле тәгәрмәстәрен тотҡолап, трактор был тештәре менән ерҙе һөрәме икән, тип уйландым. Атайым бит, атын егеп, ерҙе һуҡа менән һөрә торғайны, ә тракторҙың һуҡаһы ла, һабаны ла юҡ та баһа. Баҡтиһәң, һабандарын иртәгә алып ҡайтырға тейештәр икән.
Трактор күрергә малайҙар ғына түгел, ололар ҙа килә башланы. Бер ваҡыт ауыл советы рәйесе Николай ағай тракторсыға, һабандар килтерелгәнсе малайҙарҙы ултыртып, ауыл буйлап йөрөтөп килһәң, шәп булыр ине, тип өндәште. Тракторсы, уларҙы йөрөтөр өсөн арба кәрәк, тигәс, ҙур малайҙар пожарканың арбаһын алып килеп, тракторға бау менән бәйләп тә ҡуйҙы.
Ҙур малайҙар үҙҙәре арбаға һикереп менде лә, бәләкәйҙәргә ҡулдарын биреп, уларҙы тартып ала башланы. Тик мин генә арбаға бер аҙ менә алмай торҙом. Уларға ике ҡулымды ла биргәйнем, салбарым һыпырылып төшөп ҡалды. Уны ҡулымды һуҙып алайым тиһәм, ҡулым етмәй, шул саҡ кемдер салбарымды арбаға ырғытты. ҡысҡыры­ша-ҡысҡырыша шатланып, әллә кем булып, урамды бер ҡат урағаныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ.
Беҙҙең күрше Ғәлиулла ағай:
«Тыр, тыр, трактор,
Һуҡа бабай, ситтә тор.
Тракторҙың эшләгәнен
Ситтән генә ҡарап тор», − тип таҡмаҡлай ине.
Иртәгәһен Урал менән шул трак­тор­ҙың ер һөргәнен барып ҡарарға булдыҡ. Наҡаҫ йылғаһы аша сығып йөрөр өсөн ололар, йылға ситендә үҫеп ултырған тирәктәрҙе ҡырҡып, баҫма һала торғайны, шул баҫмаға килдек тә, Урал алдан ипләп кенә сыға башланы, мин дә, унан ҡалмайым тип, имгәкләп мендем дә, бер-ике аҙым атлағанмынмы, юҡмы, баҫма ни эшләптер һулға табан киткән кеүек тойолғас, мин дә әҙерәк һулға баҫыуым булды, һыуға шап итеп ҡолап төшкәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Шул ыңғай ағып та киткәнмен. Минең бәхеткәлер инде, ҡатындар эшкә баҫма яғына килә ята икән, Хафиза инәй, сисенеп-нитеп тормайынса, мине ҡотҡарам тип, көслө ағым һыуға ташланған. Бер аҙ ағып барғас, яр ситендәге талдарға эләгеп торғанмын, теге инәй, йөҙөп килеп, һыуҙан алып сыҡҡан да, яһалма тын алдырып, ауыҙымдағы һыуҙы ҡоҫторғас, мине күтәреп ауылға йүгергән. Мине мәктәп янына килтереп еткергәндә, һушыма килеп, кәпәсем аҡты, тип илап ебәргәнмен. Шулай итеп, тракторҙың ер һөргәнен күрмәй ҡалдыҡ.
Тик был хәлдән һуң оҙаҡ йылдар үткәс, һуғыш башланғас, тракторҙың ер һөргәнен күреү генә түгел, плугар булып, ҡап-ҡара туҙанға батып эшләргә тура килде. Ә Урал, тракторсы булып, армияға киткәнсе ер һөрҙө.

Мирхәт ХӘСӘНОВ.
Өфө ҡалаһы.

(Дауамы. Башы 79, 80-се һандарҙа).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға