«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Намыҫыңды кесе йәштән һаҡла!



16.10.2012 Намыҫыңды кесе йәштән һаҡла!

Ишембай ҡалаһы полицияһына 68 йәшлек ҡатын-ҡыҙ ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Ул бөҙрәхананан сығып барғанда, ике бала йүгереп килә лә ҡулынан сумкаһын тартып ала. Унда уның 12 мең һум аҡсаһы булған.
ҡыҙыу эҙҙәр буйлап ҡараҡтарҙы тиҙ тоталар. Улар 14 һәм 15 йәшлек мәктәп уҡыусылары булып сыға. Балалар өйгә ҡайтып, аҡсаны йәшереп тә өлгөрә. Был уларҙың тәүге енәйәте түгел, тағы ла ике кешенең мөлкәтенә “айыу майы һөрткән” булалар.
Балалар бик үкенһә лә, ҡылыҡтары өсөн закон буйынса яуап бирергә тура киләсәк. Уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Ата-әсәләр, уҡытыусылар балаларға енәйәт яуаплылығы, уның эҙемтәләре тураһында яҡшылап аңлатһын ине. Бала саҡтағы еңел-елпе ҡыланыш оло тормошта кәртә булыуы ихтимал. Мәҫәлән, закон менән проблемалары булған бала үҫкәс, яҡшы ергә эшкә урынлаша алмаясаҡ. Үткән­дәрҙең киләсәккә ҡамасаулауына юл ҡуймағыҙ. Урыҫ мәҡәлендә әйтелгәнсә, күлдәкте яңы сағынан, намыҫты йәштән һаҡлағыҙ.
Г. ЯХИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға