«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Һуғандың зыяны бармы?



12.10.2012 Һуғандың зыяны бармы?

Һуған – иң популяр һәм бик борон­ғо йәшелсә. Алты мең йыл элек уны ризыҡ булараҡ та, дарыу итеп тә ҡулланғандар. Мысыр халҡы уны аллалар ризығы тип иҫәпләгән. Тәре походтары ваҡытында француздар дошман ҡулына эләккән бер яуҙашын һигеҙ һуған биреп азат иткән. Ә рыцарҙар уны бетеү кеүек түшендә йөрөткән. Боронғо гректар иһә уны ярлылар ризығы тип һанаған. “Унан һуған еҫе килә” тип әйтеү кешенең дәрәжәһен аяҡ аҫтына һалып тапауға бәрәбәр булған.
Бөгөн был йәшелсәне күпләп ҡулланабыҙ. Уның ярҙамында бик күп сирҙе лә дауалап була икән!
Күреү һәләте түбәнәйгәндә. Һуғанды ваҡ итеп турап, 1:4 нисбәтендә һыу ҡушырға. Бер тәүлек төнәткәс, көнөнә яртышар стаканлап өс тапҡыр эсергә. Һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәҫ.
Быуын ревматизмы. Өс һуғанды иҙеп, бер литр һыуҙа 15 минут ҡайнатырға. Көнөнә берәр стакан эсергә. Ауырыуҙан ҡотолмаҫһығыҙ, әммә еңеллек һиҙерһегеҙ.
Склероз. Һуғанды ит турағыс аша үткәреп, уға ике ҡалаҡ бал ҡушығыҙ. ҡатнашманы ике ай буйы иртәле-кисле берәр ҡалаҡ ҡабул итергә.
Импотенция. Һуғандың орлоғон иҙеп, бал ҡушырға һәм көнөнә 3 – 4 тапҡыр ашарға.
Һуған бөтә кешегә лә тик файҙа килтерә тип уйларға ярамай. Ул организмда газдар һәм лайла барлыҡҡа килтерә (ә бына һарымһаҡ газдарҙы бөтөрә). Бөйән эсәге һәм ашҡаҙан сей яраһы, ашҡаҙан аҫты биҙе сире, йөрәк-ҡан тамырҙары, бауыр, бөйөр ауырыуҙарынан яфаланыусыларға уны сикләргә кәрәк. Һүҙ бында ашҡа тәм биреү өсөн ҡулланылған һуған тураһында бармай, уны әҙләп ашар­ға мөмкин, йәшелсәне дауалау сараһы булараҡ ҡулланырға ярамай. Күренекле фарсы философы һәм табибы Әбүғәлисина: “Һуғандың файҙалы үҙенсәлектәре күп, әммә уны күпләп ашарға ярамай. Юғиһә ул баш ауыртыуына, йоҡоһоҙлоҡҡа килтерәсәк”, – тигән.

Г. ЯХИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға