«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Республика көнөнә Байтаҡ социаль объект асыласаҡ



09.10.2012 Республика көнөнә Байтаҡ социаль объект асыласаҡ

...күп функциялы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү үҙәге
Күмертау ҡалаһында күп функциялы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү үҙәге асыласаҡ. Июндә был ойошманың үҙәк офисы Өфөлә асылғайны, күмерселәр ҡалаһында тәүге филиалы ла эшләй башлаясаҡ.
ҡала халҡы бында 71 дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр менән ҡулланыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Тиҙ арала үҙәктә банк, нотариус, страховкалау агентлығы эшмәкәрлеген яйға һалыу күҙаллана. Халыҡтың уңайлығы өсөн кафетерий, балалар бүлмәһе, банкоматтар ҙа ҡаралған.

...балалар баҡсаһы
Өфөнөң Октябрь районы – иң йәш һәм халыҡ тығыҙ ултырған, ҡаланың көньяҡ һәм төньяҡ өлөшөн тоташтырыусы район. Халҡы 236 меңдән ашып китә, бигерәк тә унда йәштәр күп. Байрам көндәрендә Сипайлово биҫтәһендә кескәйҙәргә ишектәрен асасаҡ 61-се балалар баҡсаһы – быйыл был районда асылған икенсе мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһы.

...почта бүлексәһе
Өфө почтамтының 55 йыллығы Бөтә донъя почта көнөнә тура килә. Икеләтә тантана айҡанлы Чесноковка ҡасабаһында яңы почта бүлексәһе асыласаҡ. Был − «Рәсәй Почтаһы»ның совет осоронан һуң төҙөгән тәүге почта бинаһы.
Чесноковка – 4000 кеше йәшәгән ҡала яны тораҡ пункты булһа ла, быға тиклем почта бүлексәһе 10 квадрат майҙандағы ярым емерек баракта урынлашҡайны. Бөгөн инде яңы 160 квадрат метрлыҡ бүлексәлә заманса почта хеҙмәттәре күрһәтеләсәк.
9 октябрҙә төрлө адрестар буйынса тағы 4 почта бүлексәһе реконструкциянан һуң халыҡҡа ишектәрен асасаҡ.

Л. ТАШБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға