«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Рауил БИКБАЕВ: Башҡортостан бында башлана



09.10.2012 Рауил БИКБАЕВ: Башҡортостан бында башлана

Рауил БИКБАЕВ:  Башҡортостан бында башлана
Сөн ярынан алыҫтарға баҡтым,
Офоҡтарҙа даръя-баҫыу аҡты,
Бар тарафта донъя ниндәй яҡты,
ҡан тибешем офоҡтарҙы ҡаҡты:
Башҡортостан бында башлана!

Туҡтап ҡалдым Яйыҡ туғайында,
Аҡ нур яғыла кеүек һәр ҡайындан,
Талпына ла күңелем күктә тулай,
Яҙ айында һабан турғайылай:
Башҡортостан бында башлана!

Башҡортостан мине ҡаршы ала,
ҡайтһам һыуҙар кисеп, ил урап,
ҡабырғаһын, һыртын бора
белмәй,
ҡояш кеүек ҡарай туп-тура.

Республикам, бына башландың! –
тип
Әйткәнемдә ергә ҡапланып,
Ишетәмен ерем ҡуйынынан
Сабыр ғына тауыш аҡҡанын:

Яйыҡ туғайынан Сөн ярына,
Юшатырҙан Әйгә ҡәҙәрле
Йәйрәп ятҡан ерҙең күңелеңә
Һәр ҡарышы,
Һәр ҡарашы, беләм, ҡәҙерле.

ҡайтҡан һайын һыйынырһың миңә,
Берсә көлөп, берсә уйланып.
Тик мин һуҡмаҡтарҙан ғына түгел,
Башланам бит һинән, уланым.

Мин бит башланамын һинән, унан,
Кешеләрем, һеҙҙән башланам!
Юлдар һеҙҙе ҡайҙа ғына илтмәй,
Яҙмыш һеҙҙе ҡайҙа ташламай…

Ә мин мәңге бында – Уралымда,
Тик булмышым инде өр-яңы:
Минең янға донъя килмәһә лә,
Үтеп сыҡтым бөтә донъяны.

Моң-шатлығын илдең тигеҙ күреп,
Ил алдында һүҙен тиң әйтеп,
Уландарым ҡайҙа ғына йөрөмәй,
ҡоласымды минең киңәйтеп.

«Башҡортостан!» – тиеп,
улдарыма
Алыҫ ҡитғаларҙа ҡарай ер.
Кешем намыҫында кер күрһәләр,
Ғәрлегемдән йөҙөм ҡарайыр.

Мин башланам һеҙҙән,
кешеләрем!
Күңелегеҙҙән һеҙҙең яралдым.
Йөҙөгөҙ аҡ булһын,
Минең кеүек,
Минең кеүек, Башҡортостан
кеүек,
Был донъяға тура ҡарарлыҡ.
1974.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға