«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Алмас таш хаҡында



05.10.2012 Алмас таш хаҡында

Көньяҡ Африкала бер эшҡыуар тауыҡ йомортҡаһының һарыһы ҙурлығындағы алмас һатып ала. Тик ир аҙаҡ ҡына таштың сатнағанлығын күреп бик ҡайғыра. Шунан ул ташын оҫталығы менән дан ҡаҙанған ювелирға алып килә. Оҫта алмасты бик оҙаҡ әйләндереп ҡарай-ҡарай ҙа:
– Был ташты икегә ярырға кәрәк, иҫ киткес ике гәүһәр барлыҡҡа килеп, береһенән-береһе ҡиммәтерәк буласаҡ. Тик бер уңайһыҙ яғы бар, әгәр ҙә ташҡа саҡ ҡына һаҡһыҙ ҡағыл­һаң, ул селпәрәмә килеп, ваҡ ҡына таштарға әйләнәсәк. Ул ярсыҡ-гәүһәрҙәр теге алмастан бик күпкә арзаныраҡҡа әйләнәсәк һәм хаҡы ла бөтөнләй юҡ кимәленә төшәсәк. Шуның өсөн дә мин был сетерекле эшкә тотоноуҙан ҡурҡам, – ти.
Бик күп илдәге ювелир оҫталары ла эшҡыуарға тап шуларҙы әйтә.
Бер ваҡыт уға Амстердамдағы алтын ҡуллы оло йәштәге оҫтаға мөрәжәғәт итергә тәҡдим итәләр.
Эшҡыуар күп уйлап тормай, Амстердамға барып та етә. Тиҙ арала теге оҫтаны таба. Ювелир ташты, ҡыҙыҡһынып, монокль аша ҡарай. Аҙаҡ, был бик ауыр һәм иҫ киткес оҫталыҡ талап иткән эш, тип һөйләй генә башлаған ҡартты бүлдереп, эшҡыуар:
– Уларҙы бик күп ишеттем, хәҙер ятлап бөттөм инде, – ти.
Оҫта эшҡыуарға, эштең хаҡын алдан әйтеп, ярҙам итергә була. Алмас хужаһы бының менән ризалашҡас, аҡһаҡал, арты менән ултырып, үҙ эшен башҡарған өйрәнсек оҫтаһына мөрәжәғәт итә. Егет ташты усына һала ла сүкеш менән һуға һәм таш икегә бүленә. Аҙаҡ уларҙы ҡартҡа тоттора ла, бер нәмә булмағандай үҙ эшен дауам итә.
Быны шаҡ ҡатып күҙәтеп торған эшҡыуар:
– Ул һеҙҙә күптән эшләйме? – тип һорай.
– Өсөнсө көн генә, – ти аҡһаҡал. – Ул таштың хаҡын белмәй бит, шуның өсөн дә уның ҡулдары ҡаты булды һәм ҡалтыраманы…

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға