«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Йәштәр бергә йыйылды



02.10.2012 Йәштәр бергә йыйылды

Мәләүездә III «Ғорурланам һинең менән, тыуған Башҡортостан!» республика ижади йәштәр һәм студенттар фестивале үтә.
Унда дөйөм белем биреү мәктәптәренән, шулай уҡ лицей, гимназия, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарынан меңдән ашыу кеше ҡатнаша.
Мәләүездә бындай сара өсөнсө йыл рәттән үткәрелә. Быйыл ул Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арнала. Фестиваль Башҡортостандың мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләрендәге ҡаҙаныштарын һаҡлауға һәм уларҙы артабан арттырыуға булышлыҡ итә, йәштәргә үҙҙәренең ижади һәм ғилми мөмкинлектәрен тормошҡа ашы­рыр­ға, яңы ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән танышырға мөмкинлек бирә.
Фестивалдә ҡатнашыусылар­ҙы сәләмләгәндә Мәләүез райо­ны хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Мөлөков Мәләүезде хаҡлы рәүештә йәштәр ҡалаһы тип атарға мөмкинлеген, сөнки муниципаль район халҡының өстән бер өлөшөн тап йәштәр тәшкил итеүен белдерҙе.
Конкурс төрлө номина­циялар­ҙа үткәрелә. Улар араһында – һынлы сәнғәт, плакат, фотоһүрәт, инша, видеоклип, ғилми-тикшеренеү эштәре. Ойоштороусылар йыл һайын фестиваль һәләтле йәштәр араһында яңы исемдәр асыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға