«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡалҡан ышығында йәшәйек



02.10.2012 Ҡалҡан ышығында йәшәйек

йәки Тормош сикәләй тип сәбәләнмәйек
берәй эш бармаһа (мәҫәлән, подписка), халыҡты битарафлыҡта ғәйепләй башлайбыҙ. Бында бер аҙ дөрөҫлөк барҙыр. Башҡорт менталитеты (ниндәй яңғырауыҡлы һүҙ уйлап тапҡандар!) буйынса бошонмаҫ милләт тип уйлайым. Башҡорт яуға сығыуға шәп булған. Батырҙар (ҡайҙа улар хәҙер) оран һалһын ғына. Әле лә халыҡты эшкә белеп әйҙәү кәрәктер. Тота килеп «һайт» тигәнгә «тайт» тип бармаҫ.
Шулай ҙа вайымһыҙлыҡта, донъяның ығы-зығыһынан ситләшеүҙә балаларҙы, үҫмерҙәрҙе, өлкән йәштәгеләрҙе яманлап булмаҫ та инде. Бигерәк тә ололарҙы. Уларҙа дәрт бар ҙа, дарман яғы мөшкөл шул. Максим Горькийҙың кешеләр өсөн йөрәген йәлләмәгән Данкоһы йәш булған бит. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев та. Бындай миҫалдарҙы артабан да дауам итергә булыр ине.
«Вестник ЗОЖ» гәзитендә яҙыл­ғанса, бер бабай һабаҡташтары менән осрашырға бара. Улар әҙ генә була. Берәүҙәре әхирәткә күскән, икенселәре сырхау. Автор үҙе бирешмәгән. Ул сәләмәт йәшәү ысулын һайлаған. Стресс-фәләнгә лә юл ҡуймаҫҡа тырышҡан. Сөнки ул йөрәк-ҡан тамырҙарын емереүҙә иң беренсе урында тора. Ул ҡарт үҙен психологик броня менән уратып алған.
Уның кәрәклеген иҫбатлап, бабай У. Шекспирҙың һүҙҙәрен килтерә:
Хәсрәтле йырҙар йырламасы:
Һауыҡтырмаҫ ауырыу йәнде.
Тик ғазаптарҙы көсәйтер ҙә
ҡуҙғатыр сирле йөрәгеңде.
Ғүмәр Хәйәм, Шекспирҙы тәҡрарлағандай, ошолай ти:
Эй, дуҫҡайым! Янма донъя
ғәме менән,
Донъя йәшәй күҙ йәшенең тәме
менән.
Үткән – бөткән, ә килер көн
килмәй икән −
Юҡҡа көймә, йәшә мәлдең
йәме менән.
Мин ошо бөйөктәргә эйәреп:
Юҡ өсөн бөтөнләй борсолма,
Үҙ өҫтөңә күпте һис алма,
Яңғыҙ үҙгәртмәҫһең
донъяһын −
Рух ҡалҡаны һине һаҡлаһын! – тим.
Хәҙерге тормош гел хәүеф-хәтәрҙән генә торған кеүек. Гәзит, радио, телевидение афәттәр тураһында һөйләй ҙә тора. Әйтерһең, ауыл хужалығы, сәнәғәт яңылыҡтары юҡ. Ярай әле республикабыҙҙағы киң мәғлүмәт саралары бер аҙ башҡасараҡ яҙа. Александр Ширвиндт: «Беҙҙең матбуғат мәйеттәрҙе һанау менән мәшғүл», − тигәйне. Эйе, ул саралар зыяраттан репортаж алып барған кеүек.
Мин телевизорҙан детек­тивтар­ҙы (совет заманындағы булмаһа), ялҡытҡыс оҙон сериалдарҙы (улар бер ҡалыпта: полиция, дауахана, ресторан, түшәк), «Пусть говорят», «Прямой эфир», «Честный детектив», «Суд идет» һымаҡ донъяның әшәкелектәрен күрһәткән тапшырыуҙарҙы ҡарамайым.
Америка психологы Дейл Карнеги: «Тормош борсоуынан һаҡланыу өсөн үткәнде, киләсәкте тимер ишек менән көплә», − тигән. Быға өҫтәп ни әйтәһең инде.
Ф. ӘБҮБӘКЕРОВ.
Баймаҡ районы,
Иҫке Сибай ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға