«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Йәшлек» һандалында сүкелгән



02.10.2012 «Йәшлек» һандалында сүкелгән

Журналистика өлкәһендәге абруйлы премияға дәгүә итеүселәр араһында лайыҡлы һүҙ оҫталары күп, шул иҫәптә ҡасандыр иң һәләтле студенттарымдың береһе булған Даян Мәжитов та бар. Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлегендә ситтән тороп белем алған осорҙа уҡ "Башҡортостан" гәзите редакцияһында бүлек мөдире вазифаһын биләй ине ул.
Даян беҙгә уҡырға «Йәшлек» гәзите редакцияһы ойоштор­ған «Һандал» конкурсы аша имтиханһыҙ инде, шуға факультетта уның хаҡында белмәгәндәр һирәк. Тәүге осорҙағы мәҡәләләренән алып хәҙергеләренә тиклем күҙәтеп барам. Егеттең теле бай, камиллыҡҡа ынтылышы ла, ҡыйыулығы ла етерлек. Ул теләһә ҡайһы темаға яҙа ала, йөкмәткеһенә ҡарап, төрлө жанрҙарға мөрәжәғәт итә. Ул бер нисә йыл элек Башҡорт дәүләт университетының башҡортса гәзитен ойоштороп, шуның мөхәррире булып та йөрөнө, студенттарҙы мәғариф өлкәһендәге, йәштәр мөхитендәге яңылыҡтар, уҡыу йортоноң ҡаҙаныштары менән таныштырҙы.
Матбуғатта сәйәси теманы күптәр күтәрә алмай, ә бына Даян редакцияла дәүләт һәм хоҡуҡ бүлеген етәкләүгә тәүәккәл тотондо, гәзиткә байтаҡ яңылыҡ индерҙе. Бер нисә йыл элек «Башҡорт иле» тигән махсус гәзиттең мөхәррире ине, хәҙер «Башҡорт донъяһы» ҡушымтаһын сығара. Сәйәси темаға аналитик яҙмалары «Башҡортостан» гәзитенең «Көн ҡаҙағында», «Сәйәсәт», «Уйҙырма һәм ысынбарлыҡ», «Һайлау» кеүек рубрикаларында донъя күрә килә ине, хәҙер «Аҙна ҡаҙнаһы», «Иҡтисади күҙәтеү» рубрикаларында баҫыла. Шуныһын әйтергә кәрәк: Даяндың мәҡәләләре һәр саҡ бай мәғлүмәтле, тос фекерле, уйландырғыс. Автор гәзит уҡыу­сының ихтыяжын, зауығын яҡшы белеп ижад итә.
Даян университетты тамамлағанда диплом эшен «Башҡортостан» гәзитендә һайлау эшмәкәрлегенең сағылышы. 2003 йыл» тигән темаға яҙҙы һәм уңышлы яҡланы. Мин уға артабан да ошо өлкәләге эҙләнеүҙәрен дауам итеүен, сәйәси аналитиканы ташламауын теләр инем. «Аҙна ҡаҙнаһы» рубрикаһындағы, «Башҡорт донъяһы» гәзит-ҡушымтаһындағы яҙмалары республиканың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына ысынлап та лайыҡ, тип иҫәпләйем.

Тимерғәле КИЛМӨХӘМӘТОВ,
профессор, БДУ-ның журналистика кафедраһы мөдире.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға