«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Милләт киләсәген хәстәрләп



21.09.2012 Милләт киләсәген хәстәрләп

Яҙыусы Зөфәр Ғәли улы Толомғужиндың «Шәжәрә тәрбиәгә эйә» исемле китаптарын уҡығас, был әҫәрҙәр һәр башҡортто ҡыҙыҡһындырмайынса ҡалмағандыр, моғайын, тигән һығымтаға киләһең. Ни өсөн тигәндә, автор был китаптарҙы яҙғанда Башҡор­тос­­тандың тиҫтәләгән райо­нын айҡап сығып, эҙләнеүҙәр алып барып, ундағы башҡорттарҙың һәр нәҫелен китапҡа теркәгән.
Бында ул бер Башҡортостан менән генә сикләнмәгән. Китаптарға күрше Ырымбур өлкәһендәге Туҡсоран башҡорттары шәжәрәләрен дә индергән.
Үҙ шәжәрәһен белергә теләүселәр ошо китаптарҙың нәшер ителеүе тураһында ишеткәс, нисек кенә булһа ла уларҙы алыр­ға тырыша. Шуға күрә лә әлеге мәлдә яҙыусының ижад емештәрен китап кибеттәрендә осратмаҫһың, ә район китапханаларында (мәҫәлән, Бөрйән районы үҙәге Иҫке Собханғол ауылында) уларҙың барыһы ла халыҡ ҡулында.
Халыҡтың үҙ шәжәрәләре менән ҡыҙыҡһыныуы республикабыҙҙа 2007 йылда башланғайны. Сөнки шул ваҡытта, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллыҡ юбилейын байрам итеүгә әҙерләнгәндә, хөкүмәт шәжәрә байрамдарын үткәреү тураһында положение сығарғайны. Шул осорҙан башлап күп районда шәжәрә байрамдары үтә башланы.
Ул байрамдарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Башҡортос­тандың көнбайыш райондарында күптәр үҙҙәренең башҡорт ырыуынан булыуына төшөндө.
Ә башҡорт райондарында күп милләттәштәребеҙ урыҫлашыуҙан баш тарта башланы. Бына ошо осорҙа, халҡыбыҙ аңлатыу эшенә мохтаж булғанда, яҙыу­сыларыбыҙ был темаға мәҡәләләр, әҫәрҙәр яҙып барманы. Улар араһынан тик Зөфәр ағай Толомғужин ғына тап ошо мәлдә шул эҙләнеүҙәрҙе башлай. Уның өс китабы ла бәләкәй тираж менән донъя күрҙе. Уның һуңғы өсөнсө китабы быйыл «Ғилем» нәшриәте тарафынан баҫылды.
Һәр китабына Зөфәр ағай туған тел һәм исемдәр ҡушыу тураһындағы мәҡәләләрен дә индергән. Милләтте һаҡлау һәм уны үҫтереүҙә ошо шарттарҙың иң мөһим булыуын бөтә яҡтан дәлилләгән. Үкенескә күрә, ундай иҫбатлауҙарҙы әлеге ваҡытта профессор, психолог Вадим Фәтхи улы Сафиндың мәҡәләләренән башҡа бер ниндәй башҡорт ғалимының хеҙмәтендә лә осратмаҫһың.
Зөфәр Толомғужин халыҡтың шәжәрәләрен яҙғанда һәр нәҫел-нәсәптең нисә быуынға тиклем ата-бабаларын белеүен күрһәткән, ниндәй шөғөлдәргә һәләтле булыуын да билдәләгән. Күп нәҫелдәрҙең һәр ауылда тиерлек үҙ исемдәре (ҡушаматтары) лә бар икән. Мәҫәлән, «бүреләр», «һарылар», «ҡомалаҡ» һ.б.
Китаптарҙың бөтә мәҡәләләрендә нәҫелдәрҙең үрсеү мәсьә­ләһен күтәргән. Сөнки аҙ һанлылыҡ хәҙерге демократик заманда халыҡтың тиң хоҡуҡлы булып йәшәүенә бөтә яҡтан да аяҡ сала.
Зөфәр Толомғужиндың хеҙмәттәрен граждан ҡаһарманлығы тип баһаларға мөмкин. Сөнки был әҫәрҙәр халыҡта илһөйәрлек, гражданлыҡ сифаттары тәрбиәләй.
Шуға күрә лә яҙыусының өс китабы ла Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ тип иҫәпләйем.
Ирек АГИШЕВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға