«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Фотоһөйөүселәр, һеҙҙең өсөн



18.09.2012 Фотоһөйөүселәр, һеҙҙең өсөн

24 сентябрҙә Өфөлә Дамир Йәлилов исемендәге ҡала фото йорто асыла. Был баш ҡалала фотоһөйөүселәр өсөн беренсе махсус майҙансыҡ буласаҡ. Үҙәктә күргәҙмәләр, мастер-клас­тар, мәҙәниәт саралары үткәреү ҡаралған. Шулай уҡ һәр кем унда килеп, үҙенең күргәҙмәһен үткәрә ала.
Баш ҡалабыҙҙа фото йорто ойоштороу эшен фоторәссам, йәмәғәт эшмәкәре Дамир Йәлилов башлап ебәрә. Ләкин уға был хыялын тормошҡа ашырырға насип булмай.
Республикала ғына түгел, ситтә лә исеме билдәле фоторәссамдың «Донъя фотоһы» тип аталған эштәрен Өфөнөң генерал Горбатов урамындағы 7/5 һанлы йортта урынлашҡан фото йортон асыу тантанаһында ла күрергә мөмкин буласаҡ.
З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға