«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Мөғжизә тыуҙырыр ҡулдар



18.09.2012 Мөғжизә тыуҙырыр ҡулдар

Мөғжизә тыуҙырыр ҡулдар
Кеше ҡулдары тылсымының ҡөҙрәте сикһеҙ: ябайлыҡтан да ғаләмде хайран итерлек бөйөклөк тыуҙыра, сирлене аяҡҡа баҫтыра, өмөтһөҙҙө кешелеккә ҡайтара ала. Әлбиттә, бының киреһен дә шундай уҡ уңыш менән башҡарыусы ҡулдар була. Тик һүҙебеҙ ул хаҡта түгел. геройымды халыҡ араһынан таптым – ул күҙҙең яуын алыр ҡул эштәрен һабантуйҙа ойошторолған халыҡ кәсептәре күргәҙмәһенә ҡуйғайны. Үҙе ябай уҡытыусы ғына булһа ла, тылсымлы ҡулдары тыуҙырған мөғжизә уны бейектәргә күтәрә, шуға аҡылын да ҡушһаң...
− Тормошом, ижади һөнәрем менән бик ҡәнәғәтмен. Тик бала саҡтағы хыялым ғына тормошҡа ашмай ҡалды... Бәләкәйҙән табип булғым килде, хайуандарҙы дауалар­ға яраттым. Иҫләйем: сусҡа себеште ашап тора ине, ауыҙынан мәхлүкте тартып алдым да аяҡтарын йәбештереп бәйләнем, уға бөтә наҙымды һалып дауаланым... Шулай ҙа әле кеше күңелен дауалайым икән, тимәк, бер аҙ хыялыма ирешкәнмендер, тип һанайым. Үҙем үткәргән технология дәресенә йөрөгән ҡыҙҙарымды, малайҙарҙы шундай яратам. Эш араһында нимә хаҡында ғына һөйләшмәйбеҙ, фекер алышмайбыҙ. Йәштәрҙе ғаилә тормошо, буласаҡ һөнәреңде дөрөҫ һайлау һ.б. − барыһы ла ҡыҙыҡһындыра.
Мөғжизә тыуҙырыр ҡулдар
Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәп уҡытыусыһы Зифа ҡадаева үҙенең эше хаҡында мауы­ғып һөйләй. Сы­ғышы менән Хәй­булла районының Сиҙәм ауылынан булған Зифа Мырҙагилде ҡыҙы 1985 йылда Баймаҡ районы мәғариф бүлегендә методист булараҡ эш башлай. 1990 йылда ул 2-се мәктәпкә эшкә килә. “Шунан алып тик ижад менән генә шөғөлләнәм”, − ти ул. Кемдер өсөн мәктәпкә барыу, уҡытыу ҙур ҡыйынлыҡ менән, теләр-теләмәҫ башҡарылһа, эшенә мөкиббәндәр өсөн ошо уҡ күренеш ялҡынлы ижад тип ҡабул ителә икән дә! Шулай булмаһа, уҡыусылары менән берлектә ошо тиклем гүзәллекте тыуҙыра алыр инеме икән: иҫ киткес йәнле итеп эшләнгән ҡорама юрғандар, мәрйендәрҙән теҙелгән муйынса-алҡалар, бәйләнгән түшәктәр, ҡурсаҡтар, көйҙөрөп эшләнгән салфеткалар һ.б.! Уларҙың һәр береһен ҡараған һайын тел шартлатмау, күңел түренән һоҡланыу ауаздарын сығармау һис мөмкин түгел! Ошо әйберҙәргә һулыш өргәндә насар уйҙар башҡа инеп тә сыҡмайҙыр ул. Ә балалар өсөн ул ни тиклем әһәмиәтле: ҡулдары ла эшкә өйрәнә, матурлыҡты күрә һәм үҙҙәре үк уны булдыра, күпме аҡыллы кәңәштәр менән һуғарыла.
Юғары категориялы педагог дәрестә бер нисә йүнәлештә белем бирә: ҡорама ҡорау, мәрйендәр теҙеү, бәйләү-сигеү, батик, ағасты һырлап әйберҙәр эшләү, аш-һыу әҙерләү. Бынан тыш, шәхси эшҡыуарлыҡ буйынса ла өйрәтә. “Беҙ бәйләгәндә лә, теккәндә лә, башҡаһында ла боронғо нигеҙендә яңыны тыуҙырырға өйрәнәбеҙ. Һуңғы дүрт йылда малайҙарҙы ла бергә ҡуштылар. Шуға уларҙы ҡыҙыҡһындырыу өсөн төрлө нәмәләр уйлап сығарырға тура килә”, − тип ижади эшләүсе уҡытыусы, һынған краб-сәс ҡыҫтырғысынан таяҡҡа беркетеп эшләнгән арҡа ҡашығысты күрһәтеп, көлдөрөп тә алды. Ә ябай линейкаға күҙ элеп бәйләгән болероға ҡарап, телһеҙ ҡала яҙҙым: улай ҙа була икән!
“Ә һеҙ быларҙы уҡыу йортонда өйрәндегеҙме?” − тип аптырап һорап ҡуйҙым. Бәхетленең ҡунағы – бер көндә, тигәндәй, шул көндө Хәйбулла районынан Зифа ханымдың бер туған Рәйсә апаһы ла ҡунаҡҡа килгәйне. Был һорауыма ул: “Беҙ ғаиләлә дүрт ҡыҙ, өс малай үҫтек. Өләсәйебеҙ ҡорама тегергә, бәйләргә әүәҫ булды, әсәйебеҙ беҙгә кейемде үҙе тегеп кейҙерҙе. Беребеҙ ҙә махсус рәүештә өйрәнеп ултырманыҡ, әммә барыбыҙ ҙа бәйләйбеҙ, тегәбеҙ, сигәбеҙ”, − тип яуап бирҙе.
Зифа ханымдың ике ҡыҙы – Лилиә менән Ғәлиә лә ҡул эшенә, аш-һыуға оҫта икән. Уларҙың тағы бер уртаҡ шөғөлө бар − автомобиль йөрөтөү. “Тик улым Эльмир ғына машина йөрөтөргә яратмай. Ул әле Кавказда хеҙмәт итә”, − тине Зифа апай.
Татыу ғаилә спорт ярата. Эш буйынса ла, был өлкәлә лә алған Маҡтау ҡағыҙҙары бихисап. Араларында Рәсәй күләмендә бирелгәндәре лә күҙемә салынды. Ә инде баҡсаһының уңыштан ишелеп, сәскәләр балҡышынан күҙ ҡамашып тороуы, хужабикә ҡайһы ваҡытта йоҡлай икән, тигәнерәк уйҙарға ла сәбәпсе булды. Шулай ҙа һорау икенсерәк яңғыраны: “Ә үҙегеҙҙең эшегеҙҙе асырға теләмәйһегеҙме?” Ул: “Балалар менән эшләү күпкә ҡыҙығыраҡ. Шулай уҡ беҙ эшләгән әйберҙәрҙең хаҡы, материалы менән ҡушып һанаһаң, ҡиммәтерәк килеп сыға. Халыҡ әле ундай әйберҙәрҙе һатып алыу кимәленә етмәгән. Ә ҡатын-ҡыҙҙар араһында кистәрен аулаҡ клубы асыр инем. Тик хаҡлы ялға сыҡҡас”, − тип ихлас йылмайҙы гүзәл ханым.
Иншалла! Күңелендә матурлыҡ йөрөткән кеше һәр өлкәлә үҙен дә табыр, башҡаларға нур ҙа өләшер. Тик яман күҙҙәр генә теймәһен!
Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.
Автор фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға