«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Йәндәр нимә тураһында һөйләй?



14.09.2012 Йәндәр нимә тураһында һөйләй?

Кеше бик ҡатмарлы структуранан тора. Тәнебеҙҙән тыш, йәнебеҙ – биологик ҡатламыбыҙ, йәғни аурабыҙ бар. Кеше үлгәс, йән мәғлүмәт-энергетик киңлеккә китә, ә тән серей башлай. Америка реаниматорҙары йәндең массаһын да үлсәп ҡараған – яҡынса 30 грамм.
Ошо материаль булмаған утыҙ грамда кешенең иң ҡатмарлы өлөшө – рухы тупланған да инде. Уның өсөн аралар ҙа, сиктәр ҙә юҡ.
Йәндәр һәм өрәктәр тураһында уйҙырма, легенда бихисап. Улар араһында ысындары ла етерлек.
Ауылда бер әбей үлә. Ул бар мөлкәтен һәм өйөн ҡалала йәшәүсе берҙән-бер ҡыҙына васыят итеп ҡалдырған була. ҡыҙы, йортто тәртипкә килтергәнсе тип, ваҡытлыса ауылда торор­ға ҡарар итә. Бер мәл төн уртаһында уянып китһә, яңы күлдәк кейгән әсәһе уға текләп ҡарағанын күрә.
– Әсәй, һин нимә? – ҡото алынған ҡатын ҡысҡырғас, әсәһенең йәне уны ҡулы менән әйҙәп, мейескә күрһәтә.
Икенсе төндә лә шул хәл ҡабатлана. Шунан ҡатын әсәһе күрһәткән урындан кирбесте емерә. Ә унан ҡулъяулыҡҡа төрөлгән Николай батша заманындағы ун дүрт алтын тәңкә табыла. Ошо хәлдән һуң әсәһенең йәне ҡабаттан күренмәй.
Тағы ла бер осраҡ. Уйламағанда-көтмәгәндә бер ҡатын йәшләй генә вафат була. Уны ерләп бер нисә көн уҙғас, ул төн уртаһында йоҡлап ятҡан улы янына килә һәм шкафтың башына төртөп күрһәтә. Иртәнсәк улы шул урынды ҡараһа – шаҡ ҡата, унда ҙур суммаға кредит алыныу тураһындағы документ табыла. Баҡтиһәң, әсәһе ғаилә ағзаларына өндәшмәй генә кредит алған булған. ҡатындың рухы, бурыс ваҡытында ҡапланмаһа, артып китер, тип киҫәтергә тырыш­ҡан.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға