«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Тәүгә ишетеп тетрәндем



14.09.2012 Тәүгә ишетеп тетрәндем

(«ҡарағанда ҡуласаһы ҡайҙа илтә?», «Йәшлек», № 67, 31 август, 2012 йыл)
Мин Лилиә Хәлитоваға «Өфө үҙәндәре» гәзитендә эшләгән осоронда уҡ иғтибар иттем.
Бер-береһенә һыу кеүек оҡшаған район гәзиттәренән ҡырҡа айырылып торған, күп кенә баҫмаларға өлгө булырлыҡ Өфө районы гәзитен сығара ине ул. Лилиәне «Йәшлек» гәзитенә саҡырғас, йәш автор айырым район ғына түгел, ә тотош республика халҡын үҙенсәлекле материалдары менән ҡыҙыҡһындырасаҡ тип, бик ҡыуандым. Ысынлап та, йәш журналист яңы урында ең һыҙғанып эш башланы. Уның һәр мәҡәләһен күҙәтеп барам. Һуңғы баҫылып сыҡҡандарының береһен – ҡасандыр Әбйәлил районында булған авиаһәләкәт тураһындағы «ҡарағанда ҡуласаһы ҡайҙа илтә?» мәҡәләһен бер тынала уҡып сыҡтым.
Бындай шәхси тикшеренеүҙәр менән яҙылған журналист мәҡәләһе – Баш­ҡортостан матбуғатында бик һирәк осрай торған күренеш. Онотолоп бөткән ваҡиғаны автор йылдар буйы күңелендә йөрөтөп, оҙаҡ ваҡыт өйрәнгән һәм архивтарҙа фажиғә факттарын эҙләгән. Йән өшөткөс был хәлдең шаһиттары, ҡайһы бер оло йәштәгеләр, авиаһәләкәтте хәтерләп, мәҡәләне илап уҡыныҡ, тине. Мине, был хаҡта тәүгә ишеткән кешене, күпме ваҡыт үтһә лә, тыуған районымда ҡасандыр самолет шартлауы тетрәндерҙе. Бындай аяныслы фажиғәләр тураһында онотоу һис ярамай, тип дөрөҫ фекер йөрөтә автор. Яманмы, яҡшымы, ул − беҙҙең тарих, уны өйрәнергә, белергә кәрәк.
Өмөтлө йәш авторға уңыштар теләйек һәм яңынан-яңы, ҡыҙыҡлы материалдарын көтөп ҡалайыҡ!

Илдар ҒӘБИТОВ.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға