«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Янғын хәүефһеҙлеге дәрестәрен – спектакль аша



11.09.2012 Янғын хәүефһеҙлеге дәрестәрен – спектакль аша

Яңы уҡыу йылы башланыу айҡанлы һәм “Балалар хәүефһеҙлеге” айлығы (ул 20 августан 20 сентябргә тиклем бара) сиктәрендә Өфө ҡалаһының Янғындан һаҡлау идаралығында янғын хәүефһеҙлеге темаһына ар­нал­ған ҡурсаҡ спектакле күрһәтелә.
“Пик, Пак һәм Пых мажаралары” тамашаһында төп ролдәрҙе махсус белеме булған актерҙар түгел, ә ошо идаралыҡтың янғын хәүеф­һеҙлеген пропагандалау үҙәге методистары башҡара. Ут менән шаярыуҙың ниндәй һөҙөмтәгә килтереүе тураһындағы спектакль балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә һәм түбән синыф уҡыусыларына тәғәйенләнгән. Оло тәрбиәүи мәғәнәгә эйә булған тамаша балаларға, һис шикһеҙ, оҡшаясаҡ. Унан һуң хеҙмәткәрҙәр балалар менән методик дәрес уҙғарасаҡ.
Балалар баҡсаһы, мәктәптәр өсөн тамаша Өфө ҡалаһының Октябрь революцияһы урамындағы 14-се йортта бушлай күрһәтелә. 272-99-08 телефоны буйынса алдан яҙылырға кәрәк.

Миләүшә НУРИЕВА,
Өфө ҡалаһының Янғындан һаҡлау идаралығының йәмәғәтселәр менән бәйләнеш һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса белгесе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға