«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Беҙ снарядтың шартлағанын аңламай ҙа ҡалдыҡ»



07.09.2012 «Беҙ снарядтың шартлағанын аңламай ҙа ҡалдыҡ»

Тыуған ил алдында хәрби бурысын үтәүсе Хәйбулла райо­нының Мәмбәт ауылы егете Артур ҡыуандыҡов снаряд шартлағанда яралана.
«Беҙ снарядтың шартлағанын аңламай ҙа ҡалдыҡ»
Егет Ырымбур өлкәһенең Диң­геҙ ҡасабаһында урынлашҡан 02068-се хәрби часта хеҙмәт итә. Үҙәк хәрби округтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ғәҙәттән тыш хәл иртәнге сәғәт­тәр­ҙә була. Ике һалдат боепри­пас­тарҙы утилләштерергә тигән бойороҡто үтәй. Улар шартлатыу соҡорона 122 миллиметрлы снарядтар ташый. Тик ҡайһылыр бер мәлдә снаряд шартлай һәм уның ярсыҡтары егеттәрҙе яралай. Тимер ярсыҡ Артурҙың муйынына, иптәше Александр Демьянюктың башына, ҡулына һәм аяҡтарына эләгә. Һалдат­тарҙы бронжилетта һәм шлемда булыуҙары ғына һаҡлап ҡала. ҡаза күреүселәрҙе Ырым­бур ҡалаһының хәрби госпиталенә килтерәләр.
Беҙ Артурҙың әсәһе Флүрә Динар ҡыҙы менән телефон аша һөйләштек:
– Аллаға шөкөр, улыбыҙҙың хәле арыулана бара. Артур хәрби хеҙмәткә күрше ятҡан Ырымбур өлкәһенә эләк­кәс, бигерәк шатландыҡ. Тыныс ваҡытта ошондай һуғыш яралары аласағы башҡа ла килмәне. «ҡыҙыу нөк­тә» булһа бер хәл, бер йыл эсендә имен-һау йөрөп ҡайтырына шикләнмәнек тә.
Шартлау кесе йомала була, Артур ата-әсәһенә йомала шылтыратып, хәлен аңлата. Ярай, шунда уҡ яҡындарына шәхсән хәбәр итергә башы еткән, сөнки кискелеккә интернетта ҡайһы берәүҙәр егеттең «үлеме» хаҡында яҙып та ҡуйғайны. Ата-әсәне иң үпкәләткәне – Сибай хәрби комиссариаты рәсми рәүештә һалдаттың хәле тураһында ни бары дүшәмбе (!) көнө ҡыуандыҡов­тарға хәбәр итә (ял көнөндә хәрби ко­мис­сариат хеҙмәт­кәр­ҙәрен берәү ҙә борсорға тейеш түгел, ахыры. Үәт, ошо кешеләргә ышанып, ебәр инде улыңды әрмегә!)
– Артурҙан хеҙмәттәше хаҡында ла һорашып торабыҙ, ул әлегә реанимацияла, ти. «Беҙ снарядтың шартлағанын бөтөнләй аңламай ҡалдыҡ. Унда ер ҡом шикелле, аяҡ аҫтында һәр саҡ һелкенеп, хәрәкәт итеп торған кеүек, әллә шыуып, әллә батып китеп, йәшник­тә­ге ҡорал үҙенән-үҙе шартланы», – тип һөйләй балаҡайым. Ни эшләп командир­ҙар бер нәмә белмәгән йәш малай­ҙарҙы ундай яуаплы эшкә ҡушҡан – аптырарһың. Ә контрактсылар ни өсөн улайһа? Шулай ҙа Артурҙы үҙебеҙ барып күрмәйенсә ныҡлап тыныс­лана алмабыҙ инде, – тип көйәләнә әсә.
Флүрә һәм Данир ҡыуан­дыҡовтар ял көндәрендә улдары янына Ырымбурға йыйына. Ғаиләлә өс бала тәрбиәләнә, Артур иң олоһо булһа, бәләкәй­ҙәренә ни бары ете ай. «Йәш бала менән ҡапыл ғына ҡуҙғалып сығып китеп булманы шул», – ти Флүрә апай.
ҡорал һәм тирә-йүндәгеләргә юғары хәүеф тыуҙырған әйберҙәр менән һаҡһыҙ мөғәмәлә итеү факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Яҡташыбыҙҙың тиҙерәк һауығыуын һәм имен-аман армия хеҙмәтен тултырып ҡайтыуын теләйек.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға