«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Мөғжизә



04.09.2012 Мөғжизә

Йәйгеһен беҙҙең «Тәҡүә» мәсетендә булған бер мөғжизә тураһында халыҡҡа бәйән итмәһәк, килешмәҫ төҫлө. БисмиллӘһир рахмӘнир рахим.
Бынан өс йыл элек Әбйәлил районынан беҙҙең «Тәҡүә» мәсетенә бер егет килеп, өшкөрөлөп киткәйне. Шунан һуң, уның барыр юлындағы кәртәләр алынып, тормошо алға киткән. Ул Сибай институтында уҡып йөрөгән бер матур ҡыҙға өйләнә, бәпәйҙәре тыуа. Бер ваҡыт был йәш ир дуҫтарына эйәреп эскеләй башлай. Бер көнө сираттағы эскелектән һуң уға әллә ни була. Үҙ ғүмерендә бер доға ла белмәгән, намаҙ уҡымаған кеше сәждәгә ҡолай ҙа ҡысҡырып доғалар уҡый башлай. Был күрелмәгән хикмәттән ни эшләргә белмәй баҙап ҡалған ҡатыны тиҙ генә күршеләрен саҡырып индерә.
– Ирем аят уҡый. ҡайҙан белеп бөткән икән был доғаларҙы? Әлифте таяҡ тип белмәй торғайны ла баһа, – тип аптырай ҡөрьән таныған күршеһенә.
Сәждә ваҡытында ирҙең түшен ниҙер әсеттереп сыйып киткәндәй тойола. Ул урынынан тороп, түшен асып ҡарай.
Сәждәнән торғанда уның йөрәге тапҡырында түшенә «Аллаһ» тигән һүҙ яҙылған була. Бөтә күрше-тирәһе, ҡатыны, ир үҙе лә был хәлгә бик ныҡ аптырай. Оҙаҡҡа һуҙмайынса, тиҙ генә йыйыналар ҙа, Сибайға, теге саҡ өшкөрөргә барған «Тәҡүә» мәсетенә киләләр.
Ирҙең түшендәге «Аллаһ» яҙыуын күргәс, күҙҙәремдән йәш атылып сыҡты. Әлхәмдулиллә, эй, Раббым, күрһәткән мөғжизәләреңә мең дә мең шөкөр, тинем. Был уникаль хәлде тиҙ генә фотоға төшөрөп алдыҡ һәм иргә мәсеттәгеләр менән бергәләп, күмәкләп ошоларҙы әйттек:
«Был юҡҡа түгел. Һиңә Аллаһы Тәғәләбеҙ үҙенең ҡөҙрәтен күрһәткән. Йөрәгеңә «Аллаһ» тип яҙып ҡуйған. Тимәк, һин – Аллаһыбыҙҙың һайланмыш бәндәһе. Дин тотоп, намыҫлы йәшәргә тейешһең. Аҡыл-зиһен нурын һүндереүгә кешенең ихтыяр көсөн юғалтып, күркәм әхлаҡҡа зыян килтереүгә йүнәлтелгән хәрәм ризыҡтар, мәҫәлән, араҡы, төрлө иҫерткес эсемлектәр ҡулланыуҙан тыйыл».
Ир беҙҙең әйткәндәр менән килеште. Иманым камил, Аллаһы Тәғәлә был йәш иргә маҡсаттарына ирешеү юлында төрлө ҡыйынлыҡтарҙы еңергә үҙе ярҙам итер. Раббыһына таянып йәшәһә, тормошо гел ыңғай булыр.
Был ирҙең түшендәге яҙыуҙы күргән бер кеше шуны аңлаһын ине: «Аллаһ» исеме беҙҙең йөрәгебеҙгә лә, устарыбыҙға ла яҙыл­ған. Ул – бөтә ғаләмде, шулай уҡ беҙҙе лә яралтҡан бөйөк зат. Беҙгә, әҙәм балаларына, Аллаһтың барлығын белеп, уға ғибәҙәт ҡылып, зекерҙәр әйтеп, ҡөрьән ҡушҡанды үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәргә насип итһен. Амин.

Лоҡман хажи ҒӘБИТОВ,
«Тәҡүә» мәсете.
Сибай ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға