«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «500 ферма» өмөт уята



27.07.2012 «500 ферма» өмөт уята

«500 ферма» өмөт уята
«500 ферма» республика программаһына үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер субсидияларҙы иҫке биналарҙы яңыртҡанда һәм реконструкциялағанда ғына түгел, яңы заманса малсылыҡ комплекстарын төҙөгәндә лә алырға була.
Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фларис Шәйхетдинов Иглин райо­нында үткән «Һөтсөлөктө үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 2012 – 2016 йылдарҙа Баш­ҡортостан Республикаһында 500 һөтсөлөк-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса төбәк кәңәшмәһендә аграрийҙарҙы әлеге үҙгәрештәр менән таныштырҙы.
Министр урынбаҫары фекеренсә, проектҡа юҡҡа ғына бындай ҙур иғтибар бүленмәй, был комплекслы программа төбәктең малсылыҡ объекттары эшмәкәрлеген бөтөнләй яңы кимәлгә сығарасаҡ. Шул уҡ ваҡытта һөт малсылығының сифат күрһәткестәре артасаҡ, сығымдар ҡулайлаштырыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға