«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Мәскәүҙе киңәйтеүгә – 86 миллиард евро



27.07.2012 Мәскәүҙе киңәйтеүгә – 86 миллиард евро

Мәскәүҙе киңәйтеүгә – 86 миллиард евро
Мәскәү агломерацияһын нисегерәк үҫтереү тураһында ниәттәр, бәхәс-фекерҙәр күптән бара. Ошо үҫештең концепцияһына конкурс та иғлан ителеп, әле унда туғыҙ компания ҡатнаша. Уларҙың өсәүһе, яңы биләмәләрҙе үҙләштереүгә кәрәкле инвестициялар­ҙы күҙаллап, был төҙөлөш күпме аҡса “һурасағын” яҡынса иҫәпләгән.
“Antoine Grumbach et Associes” исемле француз бюроһы иң “елле” хаҡ сығарған – 187 миллиард евро. Быға хөкүмәт үҙәге, транспорт инфраструктураһы, торлаҡ төҙөү, коммуникациялар, махсус бәйләнештәр булдырыу кеүек нәмәләр инә.
Испания конкурсанты “Ricardo Bofill” хөкүмәт үҙәген төҙөүгә генә инвестицияны һанаған да, 100 миллиард евро, тип ҡуйған.
«А. А. Черниховтың архитектура-дизайнер оҫтаханаһы», яңы Мәскәүҙә 1,45 миллион эш урыны буласағын күҙаллап, 86 миллиард евро кәрәк, тип баһалаған.
Әлегә властар был һандарға бер нисек тә үҙ фекерен белдермәй, мэрияла берәү ҙә яңы территорияларҙы үҙләштереүҙең аныҡ ҡына хаҡын иҫәпләмәгән, ахыры.
Шуныһы ла бар: 3,5 миллион квадрат метр майҙанды биләйәсәк хөкүмәт үҙәген 350 миллиард һумға төҙөмәкселәр (бер кв. м 100 мең һумдан да артмаҫҡа тейеш). Һәм тотонолған аҡсаны чиновниктар әлеге “иҫке” Мәскәүҙә биләгән биналарҙы файҙаланып кире ҡайтарырға ниәтләй.
Нисек кенә булмаһын, төҙөлөштәр “ҡара тишек” кеүек аҡсаны йотасаҡ, буғай.

www.vedomosti.ru сайтынан Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға