«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ялт иттерә донъяны



31.07.2012 Ялт иттерә донъяны

йәки Нимә ул клининг?
Профессиональ клининг хеҙмәте менән файҙаланғанығыҙ бармы? Ғәжәп түгел. Беҙ бит йортобоҙҙо үҙебеҙ таҙартырға − саңын һөртөргә, тәҙрәләрен йы­уырға, йыйыштырырға өйрәнгәнбеҙ. Өйҙә­ребеҙ ҙә әллә ни ҙур түгел. Инглиз теленән алынған “клининг” һүҙе таҙартыу, йыйыштырыу тигәнде аңлата.

Һуңғы йылдарҙа баш ҡалабыҙҙа фатир, коттедж, офистар­ҙы профессиональ йыйыштырыусы компаниялар күбәйә башланы. Танышым Венера Исмәғилеваға 37 йәш. Һөнәре буйынса – бухгалтер-иҡтисадсы, ошо йүнәлештә тиҫтә йылдан ашыу эшләй.
− Үҙ эшемде асыу теләге күптән бар ине, − ти Венера. – Кейәүгә сығып, балаларым үҫә төшкәс, эшемдә лә ныҡлы аяҡҡа баҫҡас, инде ваҡыты етте, тигән һығымтаға килдем. Иң алда, ниндәй өлкәгә тотонорға икән, тип уйландым. Шул саҡ яңы үҫешә башлаған клининг бизнесы иғтибарымды йәлеп итте.
Буласаҡ бизнесының нескәлектәренә төшөнөү өсөн Венера тәүҙә профессиональ химик таҙартыу төрҙәрен, саң һөртөү ҡорамалдарын өйрәнә, шунан иң ҡулайлыһын һатып ала. Артабан реклама биргәс, клинер­ҙар (йыйыштырыусылар) һәм клиенттар эҙләй башлай. Үҙенең сайтын булдыра. Унда күрһәтеләсәк хеҙмәттең хаҡтары, шарттар менән танышырға мөмкин.
− Йорттарын йыйыштырыу өсөн шылтыратыусыларҙың күбеһе – 40 йәштән уҙған быуын, − ти Венера. – Ғәҙәттә, улар хәлле кешеләр. Ремонттан һуң ҡалған сүп-сарҙы таҙартырға, йортто тулыһынса йыйыш­тырыр­ға ҡушалар. ҡайһы берҙәр оло йәштәге ата-әсәһенең фатирын йыуып сығыуҙы һорай. Күп бүлмәле офистар менән дә эшләйем.
Венера Исмәғилева заказ алыу менән, йортта ниндәй эштәр атҡарыласағына ҡарап, хужаға хаҡ ҡуя. Әйткәндәй, Өфөлә уның етмешкә яҡын конкуренты халыҡҡа хеҙмәт күрһәтә. Бөгөн уның ҡул аҫтында ун бишкә яҡын кеше эшләй. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре, студенттар бар.
− Клининг – миҙгелле эш. Әлегә заказдар көн һайын бар. Ә ҡышын һорау бөтөнләй тиерлек булмай. Шуға күрә ныҡлап аяҡҡа баҫмайынса ҙур аҡса, бизнес хаҡында һөйләргә иртәрәк. Төп эшем – бухгалтерияла сағыштырмаса ирекле эш графигы булыуы ғына ситтән аҙмы-күпме аҡса эшләргә ярҙам итә, − тип һүҙен тамамланы Венера.
Эшҡыуарға яңы башланғысында уңыштар юлдаш булһын. Уның миҫалында, бәлки, башҡалар ҙа үҙ эшен асырға йөрьәт итер.

Лилиә МӘҮЛИТОВА.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға