«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Смс-хәбәр килде лә ул…



20.07.2012 Смс-хәбәр килде лә ул…

БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала 18 – 19 июлдә дауыл, йәшенле ямғыр булыу ихтималлығы тураһында хәбәр иткәйне.
Был турала смс-хәбәр алыу менән ҡурҡыуға төшкәйнек, күңел юҡҡа ғына бошонмаған икән. Райондарҙан хәбәр итеүҙәренсә, 18 – 19 июлдә бөтә ерҙә лә тиерлек көслө ел иҫкән, ул бик күп урындарҙа ағастарға зыян килтергән. Дауыл бигерәк тә ҡыйғы районында ҡоторған. Көслө ел йорттарҙың ҡыйыҡтарын осороп төшөргән, ихаталар емерелгән. Күп кенә ауылдар электр утһыҙ тороп ҡалған. Әлегә дауыл килтергән матди зыян күләмен аныҡ билдәләмәгәндәр, әммә бәләгә тарыусылар­ҙың күп кенә булыуы аңлашыла. Урындағы власть органдары халыҡ менән дәррәү ҡуҙғалып, дауылдың эҙемтәләрен бөтөрөү менән шөғөлләнә. Билдәләүҙәренсә, был көндәрҙә елдең тиҙлеге ҡайһы бер райондарҙа секундына 24 метрға еткән.
Яҡынлашып килгән шторм тураһында смс-хәбәр килеү менән күптәрҙең башында: “Ә хәҙер нимә эшләргә һуң?” – тигән уй тыуғандыр. Тәбиғәт көйһөҙлөктәре арҡаһында электр сымдары өҙөлә, ағастар ҡолай, реклама щиттары килеп төшә, насар ултыртылған биналар һәм башҡа конструкциялар емерелә. Шуға ла бындай ваҡытта ҙур ағастарҙан алыҫыраҡ булырға, ишек-тәҙрәләрҙе ныҡлап ябырға, балаларҙы һыу буйына, урамға сығармаҫҡа, йортоғоҙ тирәһендәрәк ҡалырға тырышырға ҡушалар.
Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға