«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Иң яҡшы журналист кем булыр?



29.06.2012 Иң яҡшы журналист кем булыр?

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар буйынса комиссия сираттағы тапҡыр документтар ҡабул итә. Премиялар журналистарға, коллективтарға 2011 йылдың сентябренән 2012 йылдың авгусына тиклем донъя күргән журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн биреләсәк.
Комиссияға репортаждар, очерктар, документаль повесть, публицистик мәҡәләләр, телерадиотапшырыу­ҙар, республика, Рәсәй сит ил баҫмаһы йәки электрон мәғлүмәт сараһында баҫылып сыҡҡан фотолар шәлкеме, айырым китап булып нәшер ителгән материалдар ебәрелә ала.
Әҫәрҙәр Башҡортостан Журналистар союзы идараһы, айырым авторҙар, гәзит, журнал редакциялары, теле- радиостудиялар, мәғлүмәт агентлыҡтары, башҡа ижади коллективтар тарафынан тәҡдим ителә.
Республика Журналистар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, материалдарҙың күләме сикләнмәй, фотолар кәмендә биш эштән торорға тейеш.
Дәғүәселәрҙең әҫәрҙәре 1 сентябргә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, Башҡортостан Журналистар союзы, 1007- се офис (Матбуғат йортоноң 10-сы ҡаты). Телефон (факс): (347) 276-42-66.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға