«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Йәштәрҙе күңелле ярыштар, ҡыҙыҡлы конкурстар көтә



26.06.2012 Йәштәрҙе күңелле ярыштар, ҡыҙыҡлы конкурстар көтә

Йәштәрҙе күңелле ярыштар, ҡыҙыҡлы конкурстар көтә11 – 15 июлдә Архангел районының Абҙан ауылы янында «Турфест − 2012» XXII асыҡ республика йәштәр фестивале үткәрелә. Ул Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арнала.
Фестивалде БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Архангел районы хакимиәте, Башҡор­тостандың Туристик-спорт союзы, Республика йәштәрҙең ижади башланғыстарын тормошҡа ашырыу үҙәге ойоштора. Унда Башҡор­тостандан һәм Рәсәй төбәктәренән йәштәр командалары ҡатнаша.
Әйткәндәй, ҡатнашыу өсөн әле үк ғаризалар ҡабул ителә. Фестивалдә спорт ярыштары, төрлө конкурстар ҡаралған. Беренсе өлөшөндә йәйәүлеләр ярышы, велосипедта уҙышыу, һыу дистанцияларын үтеү һәм туриада кеүек ярыштар буласаҡ. Конкурс программаһына «Йыр», «Визитка», «Бивак» һәм «Фотография» конкурс­тары ла инә.
Еңеүселәр һәм призерҙар кубоктар, дипломдар, миҙалдар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнәсәк.

С. АМАНТАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға