«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » ҺАЛДАТТАРҒА 25 МИЛЛИАРД ҺУМ



22.06.2012 ҺАЛДАТТАРҒА 25 МИЛЛИАРД ҺУМ

ҺАЛДАТТАРҒА 25 МИЛЛИАРД ҺУМ
Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы һалдаттар­ға яңы форма кейҙереү өсөн 25 миллиард һум аҡса бүлеүе хаҡында хәбәр иткәйне. Тик был мәсьәлә донъя­ның иң шәп модельеры Валентин Юдашкин тырышлығы менән дә тиҙ генә хәл ителерлек булып сыҡманы. Яңы форманың – хәрбиҙәр өсөн ҡышҡы һәм йәйге комплекттың хаҡы элеккеһенән 3 тапҡырға ҡиммәтерәк булыуы ла иғтибарҙы йәлеп итә. Хәҙер һалдаттарыбыҙҙың кейеме 7 мең һум менән баһалана.
Етмәһә, РФ Оборона министрлығының ведомствоны ресурстар менән тәьмин итеү өсөн яуап биреүсе департаменты башлығы Андрей Подопригорин отставкаға киткән. Улар РФ оборона министры Анатолий Сердюков менән һалдаттарҙың кейеме буйынса уртаҡ фекергә килә алмай ғауғалаша. Һалдаттар үҙҙәре лә яңы кейемдәре менән риза түгел, уның оҙаҡ кибеүе арҡаһында төрлө сирҙәргә юлыҡҡандар ҙа бар. Күптәр ҡышҡы кейемдең йоҡа булыуына зарлана.
Хәрбиҙәр өсөн кейемде мода артынан ҡыуыусы түгел, һалдат һурпаһын эскән кешеләр текһә, бындай проблемалар булмаҫ ине, моғайын.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға