«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » ТРАКТОРСЫЛАР ӨСӨН ШОУ



22.06.2012 ТРАКТОРСЫЛАР ӨСӨН ШОУ

Мәләүез районының тракторсы-машинисы Илдар Ишикаев ер һөрөү буйынса Рәсәй кимәлендә беренсе тапҡыр ойошторол­ған асыҡ чемпионатта ҡатнаш­ҡан.
Баҫыу батырҙары ярышы Краснодар өлкәһендә үтте. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған механизаторҙар көс һынашты. Бындай ҡыҙыҡлы ярыштар йыш ойошторолмай, шуға ла унда ҡатнашырға теләүселәр ҙә, тамаша ҡылыусылар ҙа күп булған.
Рәсәй чемпионатында механизаторҙар өсөн ике этапта ярыш әҙерләнгән. Улар ер һөрөү һәм трактор менән идара итеүҙә таһыллығын күрһәткән. Таһыллыҡ конкурсының исеме лә хәтәр шәп – “Трактор-шоу”. Асыҡ чемпионатта ҡатнашыусылар “Беларусь – 82” тракторында көс һынашҡан. Тотош Рәсәйҙән йыйылған оҫталар араһынан Илдар Ишикаев иң шәп ун тракторсы исемлегенә ингән. Башҡортостан тракторсыларының данын тотош Рәсәйгә танытҡан егет республикала ойошторолған һөнәри конкурстарҙа ла ҡатнашып, еңеү яулаған булған.

Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға