«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Әҫәрҙәр ҡабул ителә



15.06.2012 Әҫәрҙәр ҡабул ителә

Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия (артабан – Комиссия) 2012 йылдың 15 июненән 15 июленә тиклем Башҡортостан Республикаһының әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияларына дәғүә итеүгә әҫәрҙәр ҡабул итә.
Ике йылға бер тапҡыр йәмәғәтселектә танылыу алған һәм Башҡортостан Республикаһының художество мәҙәниәтен байытҡан иң талантлы, яңылығы һәм үҙенсәлеклелеге менән айырылып торған әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәре өсөн өс премия бирелә.
Премияға дәғүә итеүгә әҫәрҙәр министрлыҡтар, ведомстволар, предприятиелар, учреждениелар һәм ойошмалар, йәмәғәт берекмәләре, уҡыу йорттары, гәзит һәм журнал редакциялары тарафынан күрһәтелә.
Премияға дәғүә итеүгә документтар комиссияға түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450101, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте, 328, 419-сы бүлмәләр.
Белешмәләр өсөн телефондар:
280-80-93, 280-80-75.
Комиссияның эше тураһындағы мәғлүмәттәр aprb@bashkortostan.ru сайтында урынлаштырылған.

М. ҒАРИФУЛЛИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға