«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Дәғүәселәр билдәләнде



02.10.2010 Дәғүәселәр билдәләнде

27 сентябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы журна­листика өлкәһендә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар биреү буйынса комиссияның ултырышы булды. Ултырышты Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры, комиссия рәйесе урынбаҫары Б. Мелкоедов алып барҙы.
2010 йылға журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар биреү буйынса комиссия, тәҡдим ителгән эштәрҙе ҡарағандан һуң, конкурста ҡатнашыуға түбәндәгеләрҙе индерҙе:
1. Абдрахманова Лена Әбделбарый ҡыҙын – «Нисек йәшәйһең, башҡорт ауылы?» рубрикаһы аҫтындағы мәҡәләләр циклы өсөн, «Көнгәк» гәзите редакцияһы тәҡдим итте;
2. Әсәҙуллина Эльвира Рәзит ҡыҙын – экстремаль журналистика буйынса «Бастион – 2009» уҡыу-уҡытыу-ғәмәли курстарға арналған мәҡәләләр серияһы, террорға ҡаршы материалдары, дәүләт автоинспекцияһы эшен яҡтыртҡан мәҡәләләре өсөн, «Өмет» республика гәзите коллективы тәҡдим итте;
3. Ғәбиҙуллина Фәниә Рауил ҡыҙын – 2009 – 2010 йылдарҙа «Кызыл таң» гәзитендә баҫылған проблемалы мәҡәләләре өсөн, «Кызыл таң» гәзите редакцияһы тәҡдим итте;
4. Ғәфүров Мадриль Абдрахман улын – «Беспредел!», «Беспредел продолжается!», «Не могу молчать», «Во весь голос», «Подсуден и осужден» рубрикаһы аҫтында Кушнаренко районынан публи­цистик мәҡәләләр серияһы өсөн, «Коммунист Башкортостана» гәзите коллективы тәҡдим итте;
5. Ирғәлин Хәмит Әбдрәхим улын – Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған очерктар серияһы, «Инә бүре ҡарғышы», «Урман янған саҡта» китаптары өсөн, БР Яҙыусылар союзы, Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, «Ашҡаҙар» гәзите коллективы тәҡдим итте;
6. ҡотлогилдина Зөһрә Сәлимйән ҡыҙын – «Һуғыш балалары – тарих яралары» китабы өсөн, «Йәншишмә» гәзите редакцияһы тәҡдим итте;
7. ҡотошов Рамаҙан Нурғәли улын – Бөйөк Ватан һуғышы хаҡындағы публицистик мәҡәләләр серияһы өсөн, БР Журналистар союзы тәҡдим итте;
8. Мырҙаҡаева Динә Ғәйни ҡыҙын – «Нәширҙәр» китабы өсөн, З. Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте дәүләт унитар предприя­тиеһы тәҡдим итте;
9. Ханнанова Гөлсәсәк Рәсих ҡыҙын – 2010 йылда ижтимағи-сәйәси тема­ларға яҙылған мәҡәләләр серияһы өсөн, «Коммерсантъ–Башкортостан» гәзите коллективы тәҡдим итте;
10. Ярмуллин Азат Шакирйән улын – «Шоңҡар» журналында «Тарихнамә» рубрикаһындағы Башҡортостан тарихы буйынса публикациялар серияһы өсөн, «Шоңҡар» журналы редакцияһы тәҡдим итте.
Комиссия йәмәғәт ойошмаларын, хеҙмәт коллективтарын һәм айырым кешеләрҙе 2010 йылға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүгә күрһәтелгән эштәрҙе тикшереүҙә ҡатнашыуҙы һорай. Фекерҙәрҙе, тәҡдимдәрҙе һәм иҫкәрмәләрҙе матбуғат биттәрендә, телевидение һәм радио тапшы­рыуҙарында әйтергә, йә түбәндәге адрес буйынса ебәрергә мөмкин: 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, Башҡортостан Республикаһының Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы.
Премияның өс лауреатының исеме Республика көнөн байрам иткәндә хәбәр ителәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға