«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Һыуһынды ҡандырыу өсөн эсемлектәр



05.06.2012 Һыуһынды ҡандырыу өсөн эсемлектәр

Бөтнөклө лимон
Һыуһынды ҡандырыу өсөн эсемлектәр
3 лимон, 4 – 5 бөтнөк япрағы, 1 стакан шәкәр, 2 ҡалаҡ бал, 3 литр һыу кәрәк.
Бөтнөк менән һыуҙы ҡайнатырға ла, яҡынса 40 градусҡа тиклем һыуытырға. Ул йылымыс булырға тейеш. Лимондарҙы 5 – 6 минутҡа ҡайнар һыуға һалып торорға һәм һалҡын һыу менән һәйбәтләп сайҡатырға. Емештең тышын әрсемәй генә орлоҡтарын алып, остарын ҡырҡырға.
Лимон, шәкәр һәм балды ҡушып, блендерҙа бер массаға әйләнгәнсе иҙергә. Унда ла бөтнөк өҫтәргә мөмкин. Бынан һуң лимонлы массаны 3 литрлы банкаға һалып, өҫтөнә баяғы йылымыс һыуҙы ҡойорға. Бөтнөктө алып ташларға кәрәк. Эсемлек ярты тәүлек һыуытҡыс­та торһон, эсер алдынан марля аша һөҙөргә кәрәк.

Һалҡын коктейль

Ярты килограмм туңдырма, 2 литр һөт, ярты килограмм һары сейә алына.
Бөтә ингредиенттарҙы ла бергә ҡушып, блендерҙа иҙергә. Был эсемлек оҙаҡ һаҡланмай, шуға ла уны тиҙ генә эсеп бөтөрөү һәйбәт. Ул бик татлы һәм һыуһынды ла ҡандыра, балаларға ла ярай.

Лимонад

1 стакан һыу, 1 стакан шәкәр, 1 стакан лимон һуты.
Тәүҙә сироп эшләнә. Бының өсөн шәкәргә һыу ҡойоп, шәкәр тулыһынса иреп бөткәнгә тиклем утта тоторға. Бер стакан лимон һуты өсөн дүрт эре генә лимон кәрәк, уны һығып, сиропҡа ҡушырға.
Хәҙер ҙур ғына һауытҡа бер стакан лимонлы сиропты һалып, өҫтөнә өс стакан һалҡын һыу ҡойорға. Сироптан унлаған стакан лимонад килеп сығасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға