«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Балаларға бүләккә – телевизор



05.06.2012 Балаларға бүләккә – телевизор

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусин һәм Ғ. ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты Ринат Нагаев Мораҡ үҙәк район дауаханаһының балалар бүлегендә сәләмәтлектәрен нығытыусы кескәй­ҙәр­ҙе һәм уларҙың ата-әсәләрен байрам менән ҡотланы.
Ринат Йәүҙәт улы буш ҡул менән килмәгәйне – ул бүләк иткән заманса телевизор дауаханала сәғәте көндәй, көнө аҙналай тойолған ваҡытты нисек уҙғарырға белмәгән пациенттарға ҙур йыуаныс булыр тип уйлайбыҙ. Һәр хәлдә, бүлек мөдире Ирина Рябова, балалар йәнһүрәттәрҙе рәхәтләнеп ҡараясаҡ, тип ышана.
Әйткәндәй, был көндө депутат ошондай уҡ бүләк менән Көйөргәҙе һәм Йылайыр үҙәк район дауаханаларының балалар бүлектәрендә дауаланыусыларҙы ла һөйөндөр­ҙө.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА,
Күгәрсен районының “Мораҙым” гәзите
хәбәрсеһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға