«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Киң ҡырҙа – башҡорт ҡоро



29.05.2012 Киң ҡырҙа – башҡорт ҡоро

Киң ҡырҙа – башҡорт ҡоро
Татарстандың Түбәнге Кама ҡалаһында «Урал» башҡорт милли-мәҙәни автономияһы эшләй. Уның барлыҡҡа килеүенә тиҫтә йылдан ашыу.
ҡаланың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәүсе был ойошма башҡорт халҡының йолаларын, телен, мәҙәниәтен һаҡлауҙа ҙур роль уйнай. Уның етәксеһе булып күп йылдар яҡташыбыҙ, Әбйәлил районынан сыҡҡан ир-уҙаман, «Реабилитация» күп профилле медицина ярҙамы күрһәтеү үҙәгенең баш табибы Ғәли Хәсәнов эшләй. Ул үҙ һөнәренең генә оҫтаһы түгел, ә әүҙем йәмәғәт эшмәкәре лә.
2009 йылдан ҡалала «Кәкүк сәйе» фольклор байрамы уҙғарылып килә. Ул өлкәндәрҙең дә, балаларҙың да яратҡан сараһына әйләнгән. Башҡортостандан да милләттәштәр йыш була был тарафтарҙа. Ғәли Әхтәр улы әйтеүенсә, барлыҡ милләттәр ҙә үҙ-ара аңлашып, татыу йәшәй. Түбәнге Кама хакимиәте иһә, үҙ сиратында, быға булышлыҡ итергә мөмкинлек табырға тырыша.
Бер нисә аҙна элек Түбәнге Камала, дөрөҫөрәге, ҡала янындағы матур тәбиғәт ҡосағында Татарстан башҡорттарының ҡоролтайы ла үткән. Был ҡаланы ҙур форум урыны итеп юҡҡа ғына һайламағайнылар − «Урал» башҡорт милли-мәҙәни автономияһының өлгөлө эшмәкәрлеге лә сәбәпсе булды уға.
− Беҙ, минең тәҡдимем буйынса, республика ҡоролтайын боронғосалап, тирмәлә, ҡырҙа үткәрҙек. ҡаҙандан, Яр Саллынан, Саба райо­нынан милли-мәҙәни ойошмалар вәкилдәре килде, − тип һөйләне беҙгә телефон аша Ғәли Әхтәр улы. – ҡорҙо ошондай форматта уҙғарыуҙы барыһы ла хупланы. Татарстан башҡорттарының хәл-торошо хаҡында һөйләштек, республика ҡоролтайы идараһы составына үҙгәрештәр индерҙек, унда 15 кеше һайланды.
Был сарала республика ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе итеп тап Ғәли Хәсәновтың һайланыуына берәү ҙә аптырамағандыр. ҡалала ғына түгел, республикала ла билдәле шәхескә хәҙер ҙур бурыс йөкмәтелде – Татарстан башҡорттарын тағы ла нығыраҡ берләштереү.
− Етди мәсьәләләрҙе барлап, кәңәшләшеп, фекер алышҡандан һуң, йылдағыса, матур йолабыҙҙы − «Кәкүк сәйе»н күрһәттек, − тип һүҙен дауам итте яңы етәксе. – Ғөмүмән, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡларға, йәш быуынға еткерергә тырышабыҙ. Беҙҙең ҡурай моңон, бейеүҙәребеҙҙе, милли аш-һыуҙы һәр ерҙә яраталар.
Әйткәндәй, Ғәли ағай оҫта ҡурайсы ла. Ниндәй генә сара үткәрмәһендәр, был уйын ҡоралын үҙе менән йөрөтә, мәҙәни кисәләр­ҙе көй-моңобоҙ менән байыта.
Хәҙер күрше республика башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге тағы ла әүҙемләшер, милләтте туплап тороусы ижтимағи ойошма булыуын йәнә бер дәлилләр, тип ышанабыҙ.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға