«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Аҡса баҡсала үҫәме?



18.05.2012 Аҡса баҡсала үҫәме?

Республиканың күпселек райондарында баҡсалар һөрөлөп, сәселәһе йәшелсә сәселеп бөттө. Әлбиттә, был эштәр баҡса мәшәҡәттәренең башы ғына. Үҙеңдең тырышлығыңа ғына түгел, тәбиғәт шарттарына ла бәйле баҡса үҫтереү эшен еренә еткерер өсөн йәй буйы тир түгергә тура киләсәк.
“Баҡсала йәшелсә-емеш үҫтереп, килем алып буламы?” − тигән һорауға яуап табыу ниәтендә бер нисә уҡыусыбыҙға мөрәжәғәт иттек.

Фәнил СОЛТАНОВ, Иглин районы:

− Беҙҙә уртаса ҙурлыҡтағы баҡсаны һөрҙөрөү 1 мең һум тора. Мин ауылда картуф үҫтереп һатыу менән шөғөлләнәм, үҙемдең техника юҡ, ҡуртымға алған баҡсаларымды һөрҙөрөү өсөн 10 мең һум тирәһе аҡса тотонам. Аҙаҡ та аҡса кәрәк, әлбиттә. Шулай ҙа картуф һатыуҙы килемһеҙ тип әйтмәҫ инем. Ауылда эшһеҙ ятҡансы ҡулдан килгән шөғөлдәрҙе эҙләргә кәрәк. “Сәмәй” һатып, кеше ҡарғышы алып, аҡса эшләүселәр ҙә бар, әлбиттә. Эше ауырыраҡ булһа ла, әхлаҡ ҡағиҙәләренә һыйған юлды һайланыҡ.
Беҙҙең яҡта көҙ көндәрендә Өфөнән килеп, йәшелсә йыйып йөрөйҙәр, техникаһы булмаған кеше уңышының бер өлөшөн уларға ла биреп ебәрә. ҡиммәт хаҡҡа йыймаһалар ҙа, әллә ни арзан да түгел. Көҙгө йәрминкәләр ойошторолоуы ла халыҡ өсөн һәйбәт булды.

Лилиә МИНДИЙӘРОВА, Әбйәлил райо­ны, Буранғол ауылы:

− Ауылда туғандарым баҡса үҫтерә, беҙ ҙә ҡайтып ярҙамлашабыҙ. Шулай ҙа мин, баҡсаны үҫтереүгә ҡарағанда йәшелсә-емеште һатып алыу уңайлыраҡ, тип һанайым. Уңайлыраҡ, тип әйтеү дөрөҫ тә булмаҫ, отошлораҡ, тиер инем. Магазинда барыһы ла бар, инәһең дә һатып алаһың.

Валентина МАСТЕРКО, Өфө ҡалаһы:

− Күптән түгел генә пенсияға сыҡтым. Май башланыу менән баҡсаға китәм дә, октябрь аҙағында ғына ҡайтам. Баҡса үҫтереүҙең файҙалы булыу-булмауын аҡса менән үлсәү дөрөҫ түгел. Был эштә иң мөһиме – йәшелсә-емеште химик матдәләр ҡулланмай, ҡәҙерләп үҙең үҫтереүҙең файҙаһы. Баҡсала, ҡаланан ситтә йәй буйы рәхәтләнеп саф һауа һулап ятыуҙы ниндәй аҡса менән үлсәмәк кәрәк?
Сәскәләрҙе күп үҫтерәм. Һәр таңда тороп, уларға ҡарап ҡыуаныу үҙе бер ғүмер. Кискеһен йәшелсә-гөлдәремә һыу һибәм, баҡсамды утайым, күмәм, тупраҡты йомшартам – ғүмергә белмәгән фитнес залдарың ары торһон. Баҡса матди килем ала торған урын түгел. Ул − күңелде, барлыҡ организмды тонуста тота торған ер.

Рәмзиә ДИНИСЛАМОВА, Белорет райо­ны, Инйәр ҡасабаһы:

− Әлегә үҙебеҙҙең баҡса юҡ. Ер алып, йорт төҙөй генә башланыҡ. ҡасан шул йортто төҙөп бөтөп, үҙемдең баҡсамда теләгән нәмәмде сәсермен инде, тип көтөп йөрөйөм. Әлбиттә, кәрәк ул баҡса. Ер – үҙе бер байлыҡ, үҙ ереңдә үҫкән һәр емеш – оло бәрәкәт.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға