«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Телебеҙ – байлығыбыҙ



18.05.2012 Телебеҙ – байлығыбыҙ

йәки Кем ағас ҡырҡырға өйрәтә?
Рәхимйән Вахитовтың «Йәшлек» гәзитендә баҫылған «Телебеҙҙе боҙмайыҡ!» (№ 25, 30 март, 2012 йыл) мәҡәләһе ҡулыма ҡәләм алырға өндәне.
«Телебеҙҙе боҙмайыҡ!» – бик тә кәрәк, бик тә матур, аҡыллы лозунг! Әммә телебеҙҙе боҙмау – бер, ә бына ниңә һуң беҙ өләсәй, олатайҙарыбыҙ ҡалдырған, нисә быуат халҡыбыҙ ҡулланған әйтем-мәҡәлдәрҙе, боҙоп әйтелгән тип, инҡар итеп, бөтөнләй ҡолаҡҡа яҡмаған (бәлки, тағы ятмаған тип төҙәтерҙәр) һүҙҙәр менән алмаштырып, мәғәнәһен юғалтабыҙ? Ул мәҡәлдәр бынан бер нисә генә йыл уйлап сығарылған Горбачев «перестройка»һы түгел. Әлбиттә, телдән-телгә, быуындан-быуынға күсеп, быуаттар буйы ауыҙ-тел ижады булып һаҡланған йырҙарыбыҙ, көйҙәребеҙ үҙгәреш кисергәндер. Йәки халыҡ телендә асыҡтан-асыҡ диалектса ҡулланылған һүҙҙәр башҡасараҡ итеп, йәғни әҙәбиәтсә, китапса итеп һөйләргә өйрәнелгәндер. Мәҫәлән, «Үтмәҫ балта навоз сабырға ярай» йәки «Ниңә уңың өсөн һинең артың ҡысый» һ.б., һ.б.
Бына хәҙер инде Р. Вахитовтың мәҡәл-әйтемдәренең бер нисәһен ҡарап үтәйек. «Башҡорт аҡылы төштән һуң» тигән мәҡәлде уҡығаным да, ишеткәнем дә юҡ. Автор: «Башҡорт илендә ишәктәр юҡ», – ти. Эйе, хәҙер юҡ, ә борон ишәктәр ҙә, дөйәләр ҙә булған тиҙәр. Ярай, ҡышҡылыҡҡа «өшөк» ҡайғыртһын, ти, ә «йәйгелеккә, яҙғылыҡҡа» кем ҡайғыртырға тейеш булып сыға? Ә бына, белеүемсә, ишәкте һуймағандар ҙа, ашамағандар ҙа, эшкә ярамағас, сығарып ебәргәндәр, үҙ йүнен үҙе ҡайғыртһын, тип. Унан «буш бил»де нисек быумаҡ кәрәк? «Билде биштән быуып», йәғни бик ышаныслы итеп. «Ең һыҙғанып» тибеҙ. Ул бит ҡамыр баҫҡанда ғына түгел, бар эшкә ҡағыла, физик эшкә лә, аҡыл эшенә лә, яҙыу-һыҙыуға ла!
«ҡолағыңа киртеп ҡуй» – киртеп, «отметка» эшләп ҡуй онотмаҫлыҡ итеп, ә «керетеп ҡуй» нимәнелер индереп ҡуйырға ҡуша. «Муйыныңа урап ҡуй», «Башыңа һалып ҡуй» −– былар «онотма» тигән төшөнсә бирә. Фәҡәт «төклө аяғың», йәғни аяғыңа нимәлер эләгеп инһен, төк-йөн булһа ла. Шулай уҡ «ат аунаған ерҙә төк ҡала» – аттың йөндәре ҡала, тере йән эйәһе булған ерҙә мотлаҡ нимәлер ҡала. Кеше үҙенән һуң барыбер нимәлер ҡалдыра. Тағы «Майлаһаң, сабата ла бата» мәҡәленә ҡарата. Беренсенән, был башҡорт мәҡәле түгел, сөнки сабата башҡорт аяҡ кейеме түгел. Хатта беҙҙә йүкә ағасы күп булһа ла. Башҡортса ул «Майлаһаң, ҡата ла бата» булыр ине. Сөнки ҡата йәнлек-хайуан тиреһенән тегелгән. Шуға күрә күнде, йәки ҡатҡан тирене (кирза) тешләп тартҡыларға булыр ине (теге беҙҙең дүрт совет һалдаты кеүек, Ә. Йыһаншин һәм өс хеҙмәттәше). Был яҙыуҙарым минең дә бәхәскә инеүҙән түгел, шул уҡ телебеҙ өсөн янып-көйөүҙән. Әйтергә кәрәк, йырлаған йырҙарыбыҙҙа ла үҙгәрештәр, аңлашылмаусанлыҡтар бар. Әйтәйек, «Күгәрсендәр ояла, оялары быяла». Ә бына кемдәр уларға быяланан оя эшләгән йәки быяланы улар ҡайҙан алған? Был турала «Хазина» тапшырыуында Юлай Ғәйнетдинов та әйткәйне инде. Бер ниндәй ҙә «быяла» түгел, ә буй ала. Йәки аҡ балсыҡ, күк балсыҡ менән буйлы-буйлы.
«Һыу буйында ике тирәк,
Береһен киҫергә кәрәк».
Ни өсөн киҫергә һуң уны, кемгә ҡамасау итә ул? Был бит йырҙа рифма өсөн генә, шул тирәкте киҫергә кәрәк. Хатта береһе яңғыҙ ҡалһа ла. Унан һуң тағы бер йыр:
«Урмандарға керһәң, ағастың һин
Кәкреһен киҫмә, төҙөн киҫ».
Был нимә инде, рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусыны өйрәтеүме? Әллә берәй заказмы? Ә утынға булһа, кәкреһе ярамаймы ни?
Тағы бер миҫал: Башҡортостан гәзиттәрендә лә, радио, телевидениела ла бер үк хаталар. Бына нисә йыл инде «Нур» театры ла, «Туймазы» театры ла һаман «татар дәүләт театры» булып йөрөй. Юҡ, улар «башҡорт дәүләт татар театрҙары»! Шуны бит беҙҙең Мәҙәниәт министрлығына ла, журналистарға ла аңларға ваҡыт. Улар бит татар дәүләтенең бюджетында түгел. Күптәре Татарстандың атҡаҙанған йә халыҡ артистары булһа ла.
Эйе, телебеҙ ҙә, әйтем-мәҡәлдәребеҙ ҙә борон­ғо, беҙ улар ярҙамында тәрбиәләнгәнбеҙ. Туған-тыумаса тигәндәй, хәҙер телебеҙ ҙә – туған. Шул туғанды ла боҙоп бөтөрөп, унан да мәхрүм булып ҡалмаһаҡ ине. Министрлығыбыҙ министрһыҙ булған кеүек.

Рауил ҒӘЛИН,
Башҡортостандың халыҡ артисы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға