«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Полицияның көсө сағылды



24.04.2012 Полицияның көсө сағылды

Полицияның көсө сағылды
Алда оҙайлы май байрамдары көтә. Был мәлдә халыҡ ял итә, йәмәғәт тәртибе һағында торғандарға – полиция хеҙмәткәрҙәренә генә тынғы юҡ. Улар, киреһенсә, көсәйтелгән эш режимына күсәсәк. Полицияның әҙерлеген тикшереү маҡсатында Өфөнөң берҙәм дислокация планы буйынса 50 берәмек автотранспорт, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы, патруль-пост хеҙмәте, ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәте, ОМОН, эҙләү-ҡотҡарыу эттәре менән кинология хеҙмәте, атлы взвод, профессиональ әҙерлек үҙәге тыңлаусылары, Өфө юридик институты курсанттары, Рәсәй Эске эштәр министрлығының 6795-се хәрби часы, шәхси һаҡ хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдында дөйөм ҡала смотры үтте. Гарнизон парадында Өфө ҡала округы хакимиәте, дини конфессия вәкилдәре, БР буйынса ЭЭМ эргәһендәге йәмәғәт советы вәкилдәре ҡатнашты.
Сараны асып, БР буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-майоры Михаил Закомалдин личный составҡа оператив хәлдең киҫкен булыуын белдерҙе һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен граждандар менән эш иткәндә яҡшы мөғәмәләлә булырға, уларҙың хоҡуҡтарын һанларға саҡырҙы. Министр үҙ эшенә яуаплы ҡараған намыҫлы хеҙмәткәрҙәрҙе миҙалдар, Почет грамоталары менән бүләкләне. Енәйәтселәрҙе тотоуҙа полиция хеҙмәткәрҙәренә ярҙам иткән шәхси һаҡ хеҙмәткәрҙәренең, ябай граждандарҙың уяулығы, әүҙемлеге лә баһаланды. Эҫе мәлендә енәйәтте асыуҙа ярҙам иткән, енәйәтселәрҙе тотҡан Өфө таксисы Денис Попов менән Нефтекаманан Виталий Уразбаев ҡиммәтле бүләктәргә эйә булды. 27 йәшлек Денис патруль-пост хеҙмәтенә урамда китеп барыусының әйберен талап ҡасҡан ике ирҙе тотоуҙа ярҙам итә. Улар элек хөкөм ителгән кешеләр булып сыға. Виталий ҙа бер ҡатын енәйәтселәрҙең ҡорбанына әүерелгәндә битараф ҡалмай, ҡысҡырған тауышҡа йүгереп килеп етә, ҡараҡтарҙы тотоуҙа полицияға әүҙем ярҙам күрһәтә.
Полицияның техника паркы был көндө федераль бюджет иҫәбенә алынған 22 өр-яңы УАЗ автомобиле менән тулыланды. Улар эске эштәр бүлектәренең дежур частарында, патруль-пост хеҙмәтендә йөрөйәсәк.
Гарнизон смотрынан һуң полиция хеҙмәткәрҙәре тура үҙҙәренең ауыр ҙа, тынғыһыҙ ҙа хеҙмәт бурысын үтәргә йүнәлде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға