«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Уларҙы БТР-ҙар менән баҫтырғайнылар



24.04.2012 Уларҙы БТР-ҙар менән баҫтырғайнылар

Октябрьскийҙы дер ҡалтыратып тотҡан енәйәтселәргә яза бирелде
Алдан уҡ шуныһына асыҡлыҡ индерәйек: «башҡорт әмире» – «эмир башкирский» ҡушаматы менән йөрөтһәләр ҙә, был әҙәмдең башҡортҡа бөтөнләй ҡағылышы юҡ. Бәшир Плиев исемле бандитты әйтәм.
2010 йылдың мартында ике көн Октябрьский ҡалаһында БТР-ҙар, хәрби вертолеттар, автоматлы мең ярым полицейскийҙың (ул саҡта − милиционер) дыу килгәнен, бәлки, ҡайһы берәүҙәрегеҙ иҫләйҙер ҙә. Террорсыларҙы эҙәрлекләгәйне улар. Халыҡ, меҫкен, урамға сығырға ла ҡурҡып, дер ҡалтырап ултырғайны. Бәғзеләр хатта, һуғыш башланған икән, тип ҡара ҡайғыға батҡан булған.
Эйе, ул саҡта бер төркөм әҙәм ҡалалағы магазин-келәтте талап, ундағы кешеләрҙе атып, яралап бөткәйне. Баҡһаң, енәйәтселәр ябай кешеләр түгел икән дә, ә, бер сығанаҡ буйынса, «Әл-ҡаиҙә»нең урындағы филиалы ағзалары булып торғандар, икенсе мәғлүмәт буйынса – Шамил Басаев бандаһының ҡалдыҡтары! Бандиттарҙың башлығы Бәшир Плиев «башҡорт әмире» ҡушаматын йөрөткән. Мәскәүҙән Именлек хеҙмәтенән махсус подразделение саҡыртһалар ҙа, Бәширҙе шундуҡ ҡына тота алмайҙар – Силәбегә тиклем ҡаса. Тотола барыбер, тик икенсе кеше исеменә ялған документ менән.
Ошо ваҡиғанан һуң Башҡортостанда экстремизм хаҡында иркенләп һөйләй башлайҙар. Уларҙы бөтә ерҙән дә «табалар».
Әле килеп, ана шул «әмир»гә һәм уның «көрәштәштәре»нә хөкөм ҡарары сығарылды. Күптәр уларҙы террорсы тип атарға күнекһә лә, ғәйепләүселәр магазин талау­ҙарын ғына иҫбат итә алған. ҡорал һаҡлау, ялған документ йөрөтөүҙә ғәйепләү юҡҡа сығарылған.
Бәшир Плиев үҙе алты йылға төрмәгә оҙатыла. Дауахананы баҫып алырға маташҡан Александр Яшин (ул шулай уҡ магазинда атыш ойоштора) һәм магазин хеҙмәткәрҙәренә атҡан Олег Шәйхуллов туғыҙ йылға хөкөм ителде. Был ике әҙәм зарар күреүселәргә бер миллион һум (300 мең һум – әхлаҡи зыян һәм 700 мең һум дауаланыу өсөн) түләргә лә тейеш. Йәнә лә төркөмдөң башҡа ағзалары биш ярым һәм дүрт йылға ултыртылды.
Хөкөм ҡарары сығарылғанда, баҫып тыңларға тейеш булһа ла, был енәйәтселәр ултырып тыңлаған. Адвокаттары иһә уларҙың төрмәнән иртәрәк сығыуына ышана.
А. АҡБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға