«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Тарихты – ветерандар күҙлеге аша



20.04.2012 Тарихты – ветерандар күҙлеге аша

Башҡортостанда бер төркөм йәштәр «Беҙҙең уртаҡ Еңеү» дөйөм Рәсәй проекты сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында видеороликтар серияһы төшөрә. Уның ойоштороусыһы – Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ. Акция йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләүгә, һуғышты үҙ күҙҙәре менән күргәндәрҙең күләмле видеоархивын булдырыуға, тарихты боҙоп күрһәтеүгә ҡаршы көрәшеүгә йүнәлтелгән. Егет һәм ҡыҙҙарҙың башлан­ғысы республика Президенты Рөстәм Хәмитовта, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында ла яҡлау тапты.
«Башинформ» агентлығына проекттың Башҡортостандағы кураторы Александр Иванов хәбәр итеүенсә, Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Нефте­каманан, республиканың башҡа ауыл һәм ҡалаларынан үҙ теләге менән акцияға ҡушылған ике меңләгән йәш кеше ветерандарға йөрөп, улар менән интервью үткәрә, иҫтәлектәрен видеокамераға яҙҙырып ала. Артабан бөтә материалдар ҙа www.41 – 45.su сайтына урынлаштырыла һәм РФ Дәүләт архивына ебәрелә.
– Ваҡыт аҙ, герой-ветерандар көн дә арабыҙҙан китә, – ти Александр Иванов. – Бөйөк Еңеүҙе яулағандар­ҙың исеме мәңгелеккә илебеҙ тарихында ҡалһын өсөн улар менән тиҙерәк осрашып өлгөрөргә кәрәк.
Уның әйтеүенсә, киң мәғлүмәт сараларында бик йыш тарихи факт­тар боҙоп күрһәтелә. Улай ғына ла түгел, ҡайһы бер илдәрҙә ата-бабаларыбыҙҙың батырлыҡтары онотолоуға дусар ителә, ә фашизм яҡлылар батырҙар итеп күрһәтелә. Мәҫәлән, Грузияла Михаил Саакашвили бойороғо менән «Дан мемориалы» емертелде, Украинала Степан Бандераға Герой исеме бирелде, Балтик буйы илдәрен азат иткән совет яугирҙары илбаҫарҙар тип иғлан ителде. Ошо уҡ ваҡытта фашистар яғында һуғышҡан ветерандарға һәр төрлө хөрмәт күрһәтелә.
– Бер нисә йылдан балаларыбыҙ һуғыш йылдары тарихын китаптар­ҙан ғына өйрәнә аласаҡ, – ти Александр Иванов. – Видеоархив иһә беҙҙән бөтөнләйгә киткән быуындың иҫтәлектәрен – уларҙың хис-тойғоларын, һыҙланыуҙарын, ҡайғыларын, оҙаҡ көтөлгән Еңеү шатлығын тарих өсөн һаҡлап ҡалыр­ға мөмкинлек бирәсәк.
2011 йылдың февраленән алып Башҡортостанда йәшәгән ветерандар тураһында йөҙҙән ашыу сюжет төшөрөлгән. 2012 йылдың 9 майына волонтерҙар уларҙың иҫәбен 150-гә еткерергә иҫәп тота.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға