«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » “Аҡыллы”ларҙың аҡылһыҙлығы



20.03.2012 “Аҡыллы”ларҙың аҡылһыҙлығы

Бензинға хаҡ әсе ҡамыр кеүек ҡабара, тип йыш зарланаһығыҙмы? Ни хәл итәһең, машина һыу менән йөрөмәй, яғыулыҡ ҡиммәт булһа ла, заправкаға йыш барырға тура килә. Ә бына Өфө ҡалаһында йәшәүсе “йомро баштар” шәп бер әмәл тапҡан.

28, 41, 58 йәштәрҙәге бик-бик аҡыллы өс ир-егет баш ҡаланың Орджоникидзе районындағы нефть эшкәртеү предприятиеһына килеп эләгә. Улар йәһәт кенә нефть үткән йыуан торбаны тишеп, унда үҙҙәренең торбаһын тоташтыра. Шунан уны 12 кубометрлы цистернаһы булған самосвалдарына һуҙа. Эштәрен бөтөргәс, йәһәт кенә был урындан шылғандар. Артабан урланған яғыу­лыҡты Бөрө яғында һатҡандар, үҙҙәре лә рәхәтләнеп тотонған.
Тик полиция был ҡырын эште һиҙеп ҡалған. Закон әһелдәре әйтеүенсә, ҡараҡтар 240 мең һумлыҡ туғыҙ тонна яғыулыҡты урлаған. Бындай эштәре тәүгеһе түгел икән. Сөнки быға тиклем бер нисә тапҡыр ошондай осраҡ булған.
Тик, ни, әйтергә онотҡанмын. Полицияға эләк­һәгеҙ, унда баштан һыйпамайҙар икән, ҡаты-ҡаты ғына һөйләшәләр ҙә, бер нисә йылға төрмәгә бикләп тә ҡуялар. Үтә “аҡыллы” булыу арҡаһында ҡайһы саҡ бәләгә тарыуығыҙ бар. Шуны онотмағыҙ.

Г. ЯХИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға