«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Туризм үҫешенә бер аҙым



20.03.2012 Туризм үҫешенә бер аҙым

Мәскәүҙә «Интурмаркет – 2012» VII халыҡ-ара туристик күргәҙмә булды. Унда БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостан туриндустрия союзы вәкилдәренән торған Башҡортостан делегацияһы ҡатнашты.
Күргәҙмәнең икенсе көнөндә Башҡортостандың экспозицияһы менән Рәсәйҙең йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Виталий Мутко, уның урынбаҫары Надежда Назина, Рәсәй туроператорҙары ассоциацияһының башҡарма директоры Майя Ломидзе, Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Александр Радьков, Рәсәй һәм халыҡ-ара туристик ойошмалары вәкилдәре һ.б. танышҡан. Делегацияны Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев ҡаршы алған. Артистарыбыҙ башҡорт бейеүен бейегән, ҡурай­ҙа уйнап күрһәткән, шулай уҡ милли ризыҡ тәҡдим ителгән.
«Интурмаркет − 2012» күргәҙмәһе барышында Бөтә Рәсәй йәмәғәт туристик берләшмәләренең тәүге съезы үткән. Унда ошо өлкәләге көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелгән. Европа туристик ойошмалары ассоциацияһының бүлек етәксеһе Ник Гринфилд Евро­палағы йәмәғәт туристик ойошмаларының эш тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан. Уның сығышы гид эшмәкәрлеге, виза һәм башҡа документтар алыу кеүек мәсьәләләргә ҡағылған.
Рәсәй туриндустрия союзы вице-президенты Сергей Корнеев коммерция булмаған туристик ойошмаларҙың үҙ-ара килешеп эшләү мөмкинлеге, шулай уҡ дәүләт власы һәм идара итеү органдары менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеге һәм ошо юҫыҡта булған проблемаларға туҡталған. Ул сығышында, туристар ҡайҙа булыуына ҡарамаҫтан, уларға бар йәһәттән дә уңайлы шарттар булдырырға, аңлашылмаусанлыҡтарға юл ҡуймаҫҡа кәрәк, тигән.
Ғөмүмән, был сара Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда туризм өлкәһе үҫешенә ыңғай йоғонто яһап, проблемаларҙы хәл итергә булышлыҡ итәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға