«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Түрә, хан һарайың нисек бар булды, һөйлә!



20.03.2012 Түрә, хан һарайың нисек бар булды, һөйлә!

Рәсәй етәкселеге коррупцияға ҡаршы милли план буйынса көрәшмәксе
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев коррупцияға ҡаршы Совет ултырышында ҡатнашты. Ил башлығы белдереүенсә, 2012 – 2013 йылдарға Коррупцияға ҡаршы милли планға ҡул ҡуйған. Шулай уҡ 22 мартҡа тиклем чиновниктарға ҙур сығымдар хаҡында мотлаҡ аңлатма биреү талабы ҡуясаҡ закон проектын эшләп бөтөрөргә ҡушҡан.
Милли план ришүәтселек менән көрәшкә мотлаҡ кәрәк сара булып тора, тип билдәләй белгестәр.
Дмитрий Медведев, үткән йылдарҙа, йәғни 2010 – 2011 йылдарҙа ғәмәлдә булған план ришүәтселеккә ҡаршы көрәшкә нигеҙ һалырға булышлыҡ итте, тип белдерҙе. Хәҙер эште артабан дауам итеү зарур. Закон проектына ярашлы, дәүләт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре теге йәки был мөлкәт алғанда улар үҙҙәре һәм ғаилә ағзалары күпме сығым, аҡса тотон­ғаны тураһында мәғлүмәт бирергә тейеш. Бында һүҙ күсемһеҙ милек, транспорт, ҡиммәтле ҡағыҙ алыу хаҡында бара. Шуныһы ла бар: мәғлүмәт чиновниктың (йә уның ғаиләһенең) бер алыш-биреш суммаһы ғаиләнең төп эш урынындағы өс йыллыҡ килеме суммаһынан артып китһә, бирелә. Тағы ла дәүләт хеҙмәткәрҙәре вазифаһына бәйле йә хеҙмәт бурыс­тарын үтәгәндә алған бүләк тураһында ла тейешле урынға еткерергә тейеш буласаҡ.
Әгәр ҙә түрә сығымы килеменән ни өсөн артҡанын, бүләктәрҙе кемдән, ни өсөн алғанын аңлата алмаһа, уны эштән сығарып ҡына ҡалмаясаҡтар, ә шикле мөлкәте суд аша дәүләткә бирелеүе лә ихтимал.
Һәр хәлдә, тәҡдим ителгән закон проектында барыһы ла урынлы. Документ суд системаһы, дәүләт һатып алыуҙары (закупкалары) тирәләй контроль булдырыуҙы күҙ уңында тота. Килем менән сығымдың бер-береһенә тап килмәүе тураһында мәғлүмәт хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғына түгел, ә сәйәси партияларға ла, Йәмәғәт палатаһына, киң мәғлүмәт сараларына, ғөмүмән, ҡыҙыҡһыныусы һәр кемгә бирелергә мөмкин.
«Юғары вазифа биләп, киң мөмкинлектәргә эйә булған чиновниктар өҫтәмә килем алырға ымһына. Ә коррупцияға ҡаршы һәр төрлө ҡәтғи алымдар менән көрәшкәндә генә уны еңеп буласаҡ, − тигән фекерҙә аналитиктар ҙа. − Әгәр ришүәт миллион, миллиардлаған һум менән иҫәпләнә икән, бында эштән ҡыуыу ғына аҙ – мөлкәтте тартып алырға ла дәүләткә бирергә».
Әлбиттә, ыңғай һөҙөмтәләрҙе тиҙ генә көтөргә кәрәкмәй, сөнки түрәләр һәр һатып алған әйбере йә бүләге тураһында теүәл генә асып һалырға тырышып бармаясаҡ. Шулай ҙа өмөт бар.
Дөйөм алғанда, ришүәтселеккә ҡаршы көрәш урынынан әллә ни алға китмәне-китеүен, әммә көрәш сараларының анығыраҡ төҫ ала барыуы бер аҙ өмөтләндергән кеүек.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға