«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Колбасамы, итме?



16.03.2012 Колбасамы, итме?

Баҙарға иртәнсәк барыуы бик күңелле. Сөнки был мәлдә унда халыҡ аҙ була, һатыусылар ҙа әлегә арымаған, йылмайып-көлөп кенә тора. Хатта аҙыҡ-түлек әҙерләү өсөн рецептар ҙа бирәләр. Был юлы, мәҫәлән, ярмалар һатыу­сы бик сибәр ханым һоло ярҙамында организмды таҙар­тыр­ға өйрәтте. Һатыусылар әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта халыҡтың күп кенә өлөшө дөрөҫ туҡланыуға күсеп бара, колбаса урынына − ит, туҡмас урынына ярма алыусылар арта. Бының сәбәптәре күп төрлө, әлбиттә, киң матбуғат сараларының ярымфабрикаттарҙың нисек әҙерләнеүен ҡурҡыныс итеп күрһәтеүе лә йоғонто яһамай ҡалмай. Бәлки, яҙ ҙа тәьҫир итәлер. Кемдең яҙғы ҡояш аҫтында матур булып балҡып йөрөгөһө килмәһен!
Түбәндәге таблицала 1 килограмм аҙыҡ-түлек хаҡтары 14 март­ҡа ҡарата баш ҡаланың Үҙәк баҙары миҫалында бирелгән.

Хаҡтар − һумда
Эре мал ите 240 − 320
Һарыҡ ите 260 − 330
Тауыҡ ите 85 − 125
Тауыҡ боттары 85 − 95
Эре малдың бауыры 85 − 115
Тары ярмаһы 16 − 18
Дөгө ярмаһы 37 − 45
ҡарабойҙай ярмаһы 32 − 40
Һоло 10 − 15
Макарон изделиелары 22 − 45
Он 13 − 22
Картуф 10 − 15
Кишер 13 − 15
Һуған 15 − 20
Кәбеҫтә 7 − 15
Помидор 100 − 120
ҡыяр 90 − 110
Бер услам йәшел
тәмләткес 15 − 20
Минтай балығы 75 − 85
Көмрө балыҡ 110 − 125
10 дана йомортҡа 32 − 75
Ауыл эремсеге 110 − 140
Ауыл ҡаймағы (0,7 литр
һыйҙырышлы банка) 130 − 140

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға