«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Бала күҙҙәре менән бағам донъяға…»



13.03.2012 «Бала күҙҙәре менән бағам донъяға…»

Йәш рәссамдың ижады менән танышырға ашығығыҙ
«Бала күҙҙәре менән бағам донъяға…»
Кем ул рәссам? Бумала, ҡәләм, төҫлө буяуҙарға бөтмәҫ фантазияңды ҡушып, аҡ ҡағыҙ битенә төшөрөлгән һүрәт һинең ҡылҡәләм оҫтаһы икәнлегеңде аңлатмай әле. Был сәнғәт төрөндә, башҡа өлкәләр­ҙәге кеүек үк, уңышҡа өлгәшеү өсөн йылдар буйы талымһыҙ эшләргә кәрәк. «Уның өсөн һәләтле булыуы мөһим», − тиеүселәр ҙә табылыр. «Талант кешегә тыумыштан бирелә, ләкин уны тырышлыҡ ярҙамында ла үҫтереп була», − тип һанай З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының дүртенсе курс студенты, йәш рәссам Ғәлиә Байғужина.
«Бала күҙҙәре менән бағам донъяға…»
Ғәлиә Хәйбулла районында тыуған. Бала сағында ата-әсәһе менән Өфөгә күсә. Мәктәпте тамамлағас, ҡыҙ алдында, артабан ҡайҙа уҡыр­ға барырға, ниндәй һөнәр эйәһе булырға, тигән һорау тыуа. Тәүҙә ата-әсәһе юлынан медицинаға барырға уйлай. Ләкин һуңғы мәлдә документтарын Өфө сәнғәт училищеһына тапшыра. «Уҡыу йортоноң бинаһын күреү менән дөрөҫ юл һайлағаныма инандым, − ти Ғәлиә. – Атайым менән әсәйем көнө-төнө дауахананан, ауырыуҙары янынан ҡайтып инмәй ине. Ә мин пластилиндан төрлө һындар әүәләргә яраттым. Шул шөғөл менән булышып, сәғәттәр буйы ултыра ала инем. Төҫлө ҡәләм, буяу, аҡбур минең өсөн иң яҡшы бүләк була торғайны», − тип иҫләй йәш рәссам.
19 мартҡа тиклем Рәссамдар союзында уның беренсе профессиональ күргәҙмәһе эшләй. Залда бөтәһе 33 эш ҡуйылған. Ундағы картиналар − Ғәлиәнең һуңғы ижад емештәре. Уларҙың барыһы ла сағыу, бай һәм тәрән йөкмәткеле. Ул юҡҡа ғына «Бала күҙлегенән донъя» тип аталмай. «Әгәр урамдағы кешеләргә иғтибарлап ҡараһаң, уларҙың күбеһе ҡара кейемдә, үҙ уй-проблемаларына сумған. Һүрәттәрем аша күңелдәренә – яҡтылыҡ, йөҙҙәренә − йылмайыу, балалар шатлығы еткергем килә», − ти автор.
Теләгән кеше күргәҙмәгә килеп (инеү бушлай), Ғәлиә Байғужинаның ижады менән яҡынданыраҡ таныша, үҙенең күңел байлығын тулыландыра, бала сағын иҫенә төшөрә ала. Рәссамдың һүрәттәрендә беҙ көн дә күргән ҡала тормошо, кешеләр, транспорт, ағастар бесәйҙең күҙҙәрендә сағылыш таба, йә бер балыҡтың эсенә тотош һыя, йә һауала эленеп тора ала.

Гөлнур БАЙҒАЗИНА.








Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға