«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Идеаль ҡатын-ҡыҙ ниндәй булырға тейеш?



06.03.2012 Идеаль ҡатын-ҡыҙ ниндәй булырға тейеш?

Руслан КҮСКИЛДИН, 23 йәш, өйләнмәгән, Өфө ҡалаһы:
− Минең уйлауымса, ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы, гүзәл зат. Шуға күрә, ир-егеттәрҙән нимә менән айырылғандарын аңлап, уларға һис тә оҡшарға тырышмаһындар ине. Сөнки ир-аттың һәм ҡатын-ҡыҙҙың тормошта үҙ роле бар. Ә бөгөнгө ҡатын-ҡыҙҙар йыш ҡына ир-егеттәр менән бер булырға теләй. ҡатын-ҡыҙ, беренсе сиратта, уңған ҡатын, яғымлы әсәй, ғаилә усағын һүндермәүсе һәм ул үҙенең тап шулай булырға тейешлеген онотмаһын. Тышҡы ҡиәфәтенә килгәндә, тәбиғәттән бирелгән матурлығын хәҙерге замандағы төрлө ағымдарға ҡушылып үҙгәртмәй (мәҫәлән, пирсинг, тату эшләү), һаҡлап, ҡарап, әҙәпле генә кейенеп, башҡаларҙы тәбиғәттән килгән гүзәллеге менән һоҡландырып торорға тейеш.
Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙы тыныслыҡ, түҙемлек, әҙәплелек биҙәй. Бына ошондай булырға тейеш идеаль ҡатын-ҡыҙ.

Рәсил СЫНБУЛАТОВ, 30 йәш, өйләнгән, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:
− Ғөмүмән, идеаль ҡатын-ҡыҙҙар буламы икән? Бәлки, ҡайҙалыр барҙыр ҙа. Тик 30 йәшкә етеп, ундайҙарҙы осратҡаным булманы. Минеңсә, идеаль ҡатын-ҡыҙ, тәү сиратта, аҡыллы, уңған, эшһөйәр булырға, ғаиләм, тип янып торорға тейеш. Сөнки ғаиләлә бар нәмә ҡатын-ҡыҙҙан тора. Ир нисек кенә яҡшы булмаһын, әгәр ҙә ҡатыны яман икән, ғаилә бөтөн булмаясаҡ, емереләсәк.
ҡатын-ҡыҙҙың тышҡы ҡиәфәте әллә ниндәй булһын, иң мөһиме − эске донъяһы саф булырға тейеш...

Малик ИЛЬЯСОВ, 34 йәш, өйләнгән, Күмертау ҡалаһы:
− Идеаль ҡатын- ҡыҙ тормошта булмай ул, әкиәттә генә осрауы бар. Ләкин, тормош иптәшеңде яратаһың икән, етешһеҙлектәрен бик күреп бармайһың, уны ғәфү итергә өйрәнәһең. Яратҡан йәреңә ҡайсаҡ йәнең көйөп, үпкәләп алһаң да, үҙен ҡосаҡҡа алғас, ул һиңә идеаль булып тойола.

Флүзә ТҮЛӘКОВА яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға