«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Автохам» юл ҡағиҙәләрен һанламаусыларҙы асыҡлаясаҡ



24.02.2012 «Автохам» юл ҡағиҙәләрен һанламаусыларҙы асыҡлаясаҡ

Исеме бик үҙенсәлекле булған был акция юлдағы тупаҫлыҡты бөтөрөүгә, уға юл ҡуймау­ға йүнәлтелә. Тәү сиратта юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмаусыларға мәғлүмәт «һуғышы» иғлан ителә.
Рәсәй автомобилселәре федерацияһының Башҡортос­тандағы бүлексәһе вәкилдәре әйтеүенсә, улар, йәмәғәт ойошмаһы булараҡ, юлда кешеләр­ҙең бер-береһенә итәғәтле булыуын теләй һәм, тәртип боҙоусыларға ниндәй ҙә булһа яза бирелергә тейеш, тип иҫәпләй. Ойошманың сайтында «Ғибрәт таҡтаһы» булдырылып, унда юлдағы тупаҫлыҡтарҙы фотоға, видеоға төшөрөп ҡуялар.
Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға