«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ысын мөхәббәткә кәртәләр юҡ



14.02.2012 Ысын мөхәббәткә кәртәләр юҡ

Мәңгелек тойғо − мөхәббәт тураһында әйтелмәгән һүҙҙәр ҡалмаған да төҫлө. «Мөхәббәт − ул үҙе иҫке нәмә, тик һәр бер йөрәк уны яңырта», – тиме әле Һаҙый Таҡташ? Йәштәрҙең йөрәге был тойғоно нисек яңыртты икән? Ғашиҡтар көнө алдынан бер төркөм йәш кешегә «Мөхәббәткә ышанаһығыҙмы?», «Ысын мөхәббәтте осратҡанығыҙ булдымы?» һәм «Нимә ул мөхәббәт?» тигән һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Cамат ҡОТЛОЕВ:
− Әлбиттә, мөхәббәткә ышанам. «Нимә ул мөхәббәт?» – тигән һорауға һәр кем үҙенең шәхси тойғоларынан сығып яуап бирәлер. Минеңсә, мөхәббәт ул икенсе яртыңа булған иң йылы хистәрең. Был бик етди тойғо, уны ғашиҡ булыу менән генә бутарға ярамай. Ысын мөхәббәт һәр ваҡыт ике яҡлы. Икенсе кешегә ғашиҡ булып йөрөгән кешене яратып булмай. Ундай тойғо барлыҡҡа килһә лә, оҙаҡ йәшәй алмай һәм әсе тормош тәжрибәһенән башҡа кешегә бер нәмә лә бирмәй, тип иҫәпләйем.
Бәхетемә күрә, мин үҙ мөхәббәтемде осраттым һәм әле уның менәнмен. Тормошта бөтә нәмә лә еңел генә бирелмәй, ҡыйынлыҡтары ла, бәхәстәре лә, үпкәләштәре лә була. Тап шундай саҡта ысын мөхәббәт һынала ла инде. Шуға ла яратҡан кешеләргә ҡарата иғтибарлы булырға кәрәк. Әгәр был кеше, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, эргәңдә булырға теләй икән, ошо инде ысын мөхәббәт. Һүҙемде йомғаҡлап, бер хикәйәтте лә һөйләп үтәйем. Йәш егет оло йәштәрҙәге бер инәй менән олатайҙың ғүмер буйы бәхетле йәшәүҙәренә, бер ҡасан да ауыр һүҙ әйтмәүҙәренә, әле лә бер-береһен яратыуҙарына һоҡланып йөрөй. Нисек был олатай кәләш һайлағанда яңылышманы икән, тип ҡыҙыҡһына ул.
− Мин һәр көн һайын бер ҡыҙҙы кис өйөнә оҙата инем. Уны ҡулдарынан тотоп, бысраҡ ауыл юлынан атлайбыҙ. Бер күләүеккә килеп етһәк, ҡыҙ ҡулымды ысҡындыра ла, күләүекте үләндән урап үтә. Ә мин туп-тура күләүеккә инәм. Шул уҡ хәл икенсеһе, өсөнсөһө менән дә ҡабатланды. Бары тик бер генә ҡыҙ ул күләүеккә иғтибар итмәне һәм минең менән бергә атланы. Тап шул ҡыҙ − минең ҡатыным, − тип яуаплай аҡһаҡал.
Гөлсәсәк АҡЫЛОВА:
– Үҙем үлеп ғашиҡ булғаным булмаһа ла, мөхәббәткә ышанам. Мөхәббәт − ул иң көслө, иң саф тойғо. Унһыҙ был донъяла матурлыҡ та, бәхет тә булмаҫ ине. Ул сәскә кеүек матур тойғо, хистәр ташҡыны. Ышанырға, көтөргә, өмөтләнергә кәрәк.
Иршат ҒӘНИЕВ:
− Ысын мө­хәббәтте йыш күрергә тура килмәһә лә, ул бар. Үҙ мөхәббәтем миҫалында мөхәббәтте күрәм тип әйтә алам. Уны һөйгәнемдең күҙҙәрендә күрәм. Шулай ҙа ысын, саф мөхәббәт һәр кемгә лә бирелмәй.
Илназ:
− ҡайһы саҡ­та мөхәббәттең юҡлығына инандырған көслө дәлилдәр булһа ла, мөхәббәт барлығына ышанам. Мөхәббәт − ике йөрәктең ихласлығы, ышана, ғәфү итә белеү. Ысын мөхәббәтте бөтә ерҙә лә осратып булмай, әммә ул бар.
Мин дә үҙ мөхәббәтемде осраттым. Уны күргәс, бөтә донъям үҙгәреп киткәндәй булды. Был ысын мөхәббәтме икәнлеге ваҡыт менән һыналалыр. Сөнки кеше­ләр­ҙең ҡайһы саҡ яңылышыуы ла, һүнмәҫтәй тойғоларҙың да һүнеп ҡалыуы бар.
Мөхәббәт − беҙҙән рөхсәт һорамай ғына барлыҡҡа килә торған тойғо, нисек килгән, шулай китеп барыуы ла ихтимал.
Эльвина ШАФИҡОВА:
− Мө­хәб­бәт­тең барлығына ысын күңелдән ышанам. Мөхәббәт тигән үтә лә бөйөк, илаһи, серле, ҡайһы саҡта һүҙ менән генә аңлатып бирә алмаҫлыҡ тойғо бар, булған һәм буласаҡ. Миңә ҡалһа, мөхәббәт − ул йәшәү сығанағы, әҙәм балаһының йәненең йәшәткән дә, йәшәрткән дә бер өлөшө. Мин йәшәйешебеҙҙе мөхәббәтһеҙ күрмәйем. Үҙем әлегә һаман беренсе мөхәббәт хистәренән арына алмай йөрөйөм. Ғашиҡтар көнөндә барлыҡ яңғыҙаҡтарҙың үҙ парҙарын табып, ҡайнар, бәхетле, бәрәкәтле мөхәббәт ҡосағында бәүелеүен теләйем.
Руслан:
− Мөхәббәт − ул һигеҙенсе тойғо тип уйлайым. Тик ундай ысын мөхәббәтте телевизорҙан ғына күргәнем бар. Ундай мөхәббәткә үҙем осрағаным булдымы икән, белмәйем, әммә йыш ғашиҡ булыусанмын.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға